Луганск һәм Донецк республикаларында хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы, Украинаның, көс ҡулланып, был республикаларҙы кире ҡайтарырға йыйыныуы сәбәпле ундағы балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙы, ололарҙы Рәсәйгә эвакуациялау башланды. Үҙ еренән ирекһеҙҙән китергә мәжбүр кешеләрҙе һәр төбәк ҡабул итергә әҙерләнә, шул иҫәптән Башҡортостан да ситтә ҡалмаясаҡ.
Әле республика биләмәһендә эвакуацияланғандарҙы ҡабул итеү өсөн нисә пункт бар? Урындар етәме? Уларҙа ниндәй шарттар булдырылған? Эвакуацияланғандарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәсәктәрме? Ниндәй ваҡытлыса ҡабул итеү урындары әҙер?
Ошо һорауҙарға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов яуап биреп, түбәндәге мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты:
– Ял көндәрендә республикалағы бөтә 17 ваҡытлыса йәшәү урынын ҡараныҡ. Уларҙа 2006 кеше урынлаша ала. Бөгөнгә был етә, әгәр ҙә яҙғы ташҡын ваҡытында кешеләрҙе килтерергә тура килһә, улар ҙа ваҡытлыса йәшәү урындары менән тәьмин ителәсәк.
Луганск һәм Донецк республикаларынан килгәндәр уҡыу барышына бәйле булмаған һәм халыҡҡа башҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаған пункттарҙа урынлаштырыласаҡ. Уларҙа ваҡытлыса йәшәү талаптары үтәлә, медицина, туҡланыу пункттары, башҡа уңайлылыҡтар тыуҙырылған. Әлеге ваҡытта комиссия пункттарҙың әҙерлеген тикшерҙе. Улар барыһы менән тәьмин ителгән.
Фото: @mchsrb