Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 23:30

Ленара Иванова: “Республиканың социаль учреждениелары ярҙамға әҙер”

Эш менән дә ауырлыҡтар булмаҫ, әлегә республикала һигеҙ мең вакансия бар, ти министр.  

Ленара Иванова: “Республиканың социаль учреждениелары ярҙамға әҙер”
Ленара Иванова: “Республиканың социаль учреждениелары ярҙамға әҙер”

Ленара ИВАНОВА, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:

- Республиканың социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына 300-ҙән ашыу кешене урынлаштырырға әҙербеҙ. Социаль приюттарҙа 193 урын булдырылды. Бында беҙ теләгәндәрҙе өс айға ҡалдыра алабыҙ. Балалар йортонда тәрбиәләнгән 50 баланы алырға мөмкин. Бында ваҡыт буйынса сикләү юҡ. Социаль учреждениеларҙа 50-нән ашыу кешегә урын әҙерләнгән. Бынан тыш, ҡарттар йорто бар, унда ла теләгәндәрҙе урынлаштырып була. Балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, өлкән кешеләрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ.

“Ғаилә” үҙәге коляска, карауаттар, балаларҙы ашатыу өсөн ултырғыстар, балалар өсөн памперс, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыя. Уларҙың исемлеге менән сайтта танышырға мөмкин.

Күсеп килгәндәргә эш менән дә ауырлыҡтар булмаҫ тип уйлайым, сөнки әлегә республикала һигеҙ меңдән ашыу асыҡ вакансия бар.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: