QR-кодтар ғәмәлдән сығарылдымы? Сауҙа үҙәктәренә барырға яраймы? Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә ошондайыраҡ һорауҙар йыш килә. Был, ысынлап та, барыһы өсөн мөһим яңылыҡ. QR-кодтарҙы сауҙа үҙәктәрендә, музейҙарҙа, кинотеатрҙарҙа, шифаханаларҙа тикшермәй башланылар. Ошо турала Башҡортостан Башлығы указына үҙгәреш индерелде - https://npa.bashkortostan.ru/34897/.
“Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәгенән QR-кодтар тураһына ентекле һөйләнеләр. Студия ҡунағы – Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.
“Халыҡтың сирләү һәм вакцина алыу кимәлен күҙәтеү сикләүҙәрҙе бөтөрөргә ярҙам итте. Беҙ республикала коллектив иммунитетҡа өләштек. 18 февралгә республикала 2435545 кеше (98 процент) вакцинаның беренсе компонентын алған. 2289069 граждан (92 процент) тулыһынса прививкаланған”, - тип билдәләне Елена Ғәлимуллина.
Әммә социаль дистанцияны күҙәтеү, битлек кейеү кеүек сикләүҙәр элеккесә ҡала. Ҡулдарҙы йыуыу тураһында ла оноторға ярамай.
Бынан тыш, 500-ҙән ашыу кеше йыйылған, ябыҡ биналарҙа ойошторолған сараларҙа QR-кодтарҙы талап итәсәктәр.
Йәнә бер яңылыҡ. Кемдәрҙең антиесемдәре бар, уларға ла QR-код бирелә.
Быны нисек эшләргә?
* Лицензияһы булған лабораторияла антиесемдәргә анализ бирергә.
* Анализ һөҙөмтәһе федераль системаға индерелә.
* Ул Дәүләт хеҙмәте порталында шәхси кабинетта урынлашасаҡ.
Сертификат алты айға бирелә.
Указға үҙгәрештәр индерелеү менән, әлбиттә, һорауҙар, мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Әммә был статистикаға тәьҫир итмәне. Халыҡты көнүҙәк мәсьәләләр борсой. Беренсе урында торлаҡ-коммуналь хужалығы – 120 мөрәжәғәт, популяр һорау – подъездарҙы ремонтлау. Икенсе урында – юлдар, ҡар таҙартыу, 101мөрәжәғәт. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған һорауҙар – өсөнсө урында (79), коронавирус темаһы буйынса 37 мөрәжәғәт теркәлгән.
Ял көндәре тағы ла шуны күрһәтте – беҙҙең халыҡ Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итергә әҙер. Мәрхәмәтлек – беҙҙең республика халҡының төп һыҙаты.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.