Римма ҮТӘШЕВА, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Ситуация үҙәге етәксеһе:
- 19 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән Донбастан күсенеп килеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлекте белдерәбеҙ. Ковид үҙәге телефонына мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланыҡ. Ошо көндәрҙә күсенергә әҙер булған 17 кеше шылтыратты. Улар торлаҡ, эш, мәктәп тураһында һораша. Ҡайҙа күсенергә була икәнлеген белешә. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны республика халҡының дәррәү шылтырата башлауы булғандыр. Кем нисек ярҙам итергә әҙер булыуы тураһында белдереп телефон һандарын йыя. Был әлеге мәлдә бик мөһим. 150-нән ашыу кеше шылтыратты. Тәүгеһе Нефтекама ҡалаһынан булды, унан Өфө, Сибай, Яңауыл, Өфө райондарынан ҡушылдылар. Торлаҡ, кейем-һалым, эш, транспорт... Бөгөн нимә кәрәк, шуны тәҡдим итәләр. Ауыр заманда халыҡтың миһырбанлы булыуы ҡыуандыра.
Әлеге мәлдә Ситуация үҙәгендә 25 белгес эшләй. Белгестәр етерлек, ҡытлыҡ юҡ. Ковид буйынса ла эш туҡтамай, тыныслыҡ эҙләп килгән кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.