Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 21:30

"Улар беҙҙә үҙҙәрен тыныс тойһон"

Илеш һәм Дүртөйлө районы халҡы эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо.

"Улар беҙҙә үҙҙәрен тыныс тойһон"
"Улар беҙҙә үҙҙәрен тыныс тойһон"

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы барлыҡ 63 бүлексәһендә ЛДР һәм ДНР-ҙың эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы базаһында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй башланы.

Мәҫәлән, Илеш районы халҡы ла Луганск һәм Донецк республикалары граждандарының бәләһенән ситтә ҡалманы. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе базаһында эвакуацияланғандарға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункт та тиҙ йәйелдерелде. Район буйынса ирекмәндәр эшмәкәрлегенә бөтә ауыл биләмәләренән йәмғеһе 26 кеше ҡушылған. Улар көн һайын пункттың эшендә ҡатнаша.

“Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге әүҙемселәре үҙ ватанынан һәм яҡындарынан алыҫ китергә мәжбүр булған кешеләргә ярҙам күрһәтеү тураһында саҡырыуға тиҙ яуап бирҙе. Улар халыҡҡа, район предприятиелары һәм ойошмаларына, шәхси эшҡыуарҙарға мәғлүмәт еткерә. Донецк һәм Луганск республикалары халҡы өсөн беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәрен йыйыу менән әүҙем шөғөлләнәләр. Беренсе талап буйынса йыйылған бөтә гуманитар ярҙам мохтаждарға тапшырыласаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы етәксеһе Иршат Фәсхиев.

Шулай уҡ райондың урындағы эшҡыуарҙары ла ситтә ҡалманы. Иртәндән алып йәшниктәр килтерәләр. Бында оҙайлы һаҡлау продукттары ла, шәхси гигиена саралары ла бар.

“Бөгөн тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәрен килтерҙек. Донецк һәм Луганск кешеләренә ярҙам итергә булдыҡ. Кәрәк булырҙай бөтә нәмә бар”, – ти шәхси эшҡыуар Зәлиә Ғилданова.

Шәхси эшҡыуар Рәзилә Аҡмалова, һәр кем ошондай хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләй. Ул һәр кемде ҡулынан килгәнсә эвакуацияланғандарҙы ярҙам итергә саҡырҙы.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дүртөйлө районындағы урындағы бүлексәһе ҡарамағында ла Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты ойошторолған.

“Беҙҙең район эвакуацияланғандарға ярҙам итеү эшмәкәрлегенә тиҙ ҡушылды. Шәхси гигиена сараларын, оҙайлы һаҡлау аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымды – быларҙың барыһын да гуманитар ярҙам йыйыу пунктына килтерергә мөмкин”, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Гөлназ Ғәлимова.

Дүртөйлө районы эшҡыуарҙары Штаб эшенә әүҙем ҡушылды.

“Беҙ ҡот осҡос ваҡиғаларҙы кисергән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙырға теләйбеҙ. Ундай хәлде Аллаһ бер кемгә лә ебәрмәһен. “Фартуна” селтәренән аҙыҡ-түлек килтерҙек”, – тип һөйләне “Фартуна” селтәре директоры Гөлназ Исламгәрәева.

“Хыял” магазины идарасыһы Азат Хөснөтдинов аҙыҡ-түлек һалынған ҡаптар һәм эсәр һыу килтерҙе.

“Эвакуацияланған кешеләр йортһоҙ ҡалды, тыныслыҡтан яҙҙы. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, өлкәндәргә икеләтә ауырыраҡ. Хәҙер беҙ уларға республикабыҙҙа булыу мөмкинлеген еңеләйтеү өсөн ярҙам итергә тырышабыҙ”, – тине Азат Хөснөтдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы ҡарамағында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”  партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә бар улар. Тулыраҡ исемлекте һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

Эш режимы:

Дүшәмбе - йома - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.

Шәмбе - йәкшәмбе - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: