Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан биләмәһендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын ҡабул итеүгә әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде.
– Белеүегеҙсә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәл киҫкенләшеүгә бәйле ябай халыҡты Рәсәйгә эвакуациялау башланды. Яҡын тәүлектәрҙә беҙгә ике мең кеше менән ике эшелон килә. Беҙҙең бурыс – ойоштороу сараларын тиҙ арала сифатлы итеп тәьмин итеү, – тине Андрей Назаров.
Оператив штабҡа етәкселек иткән Премьер-министр урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, эвакуацияланған халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 2006 урынлыҡ 13 пункт әҙерләнгән. Бынан тыш, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб тарафынан социаль ярҙам саралары, медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ килгән балаларҙы уҡытыуҙы ойоштороу буйынса эш адып барыла. Санитария-эпидемиологик сараларҙы тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Өфөнөң тимер юл вокзалында күсмә медицина пункттары эшләйәсәк. Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙең һәм уларҙы бөтөрөүҙең берҙәм дәүләт системаһы психологтары йәлеп ителә.
Андрей Назаров яуаплы кешеләрҙең һәм хакимиәт башлыҡтарының иғтибарын Луганск, Донецк республткаларынан эвакуацияланған кешеләрҙе урынлаштырыуға бәйле сараларҙың барыһын да шәхси контролдә тотоу зарурлығына йүнәлтте. Мәҫәлән, кәңәшмә барышында Стәрлетамаҡ районындағы Башҡортостан сода компанияһы ҡарамағындағы шифахана-профилакторийҙа халыҡты урынлаштырыу буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙең булыуы асыҡланды.
Премьер-министры, мәсьәләләрҙе оператив һәм һөҙөмтәле хәл итеү кәрәклеген иҫәпкә алып, ошонда уҡ кәңәшмә барышында Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдовҡа шылтыратып һөйләште, унан һуң тейешле саралар тураһындағы килешеүгә өлгәшелде.
Был һорауҙарҙан тыш, Андрей Назаров Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штабҡа сараларҙы ойоштороу барышында транспорт менән тәьмин итеү, туҡланыу, хәүефһеҙлек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау мәсьәләләрен иғтибарҙа тоторға ҡушты.
– Был эштә бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәргә юл ҡуйырға ярамай. Быны барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Кешеләр арыған, улар автобустарҙа өсәр сәғәт көтөргә тейеш түгел. Яуаплыларҙан ошо мәсьәләләрҙең барыһын да шәхси контролдә тотоуҙы һорайым, – тине Премьер-министр.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news