Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының "Сәләм" тапшырыуы барышындағы тура бәйләнеш хаҡында яңы пост менән уртаҡлашты.
"Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларында иң күп теркәлгән өс тема - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (95 мәғлүмәт), һаулыҡ һаҡлау (61) һәм юлдар (59). Был хаҡта бөгөнгө “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнештә һөйләнек.
Тағы нимә турала һүҙ барҙы? Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә изгелеге бумерангы” исемле акция иғлан итте. Ул Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған ғаиләләргә ярҙам итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Ярҙамды республика буйынса Ғаилә үҙәктәре ҡабул итә. Адрестарын һылтанма аша mintrud.bashkortostan.ru/activity/15986/ йәки 8-800-347-5000 телефоны буйынса эш көндәрендә белешеп була.
Балалар тауарҙары, кейем (иҫкеһе лә, яңыһы ла бара), коляска, сана, бала өсөн ултырғыс, йылы кейемдәр, подгузниктар, гигиена әйбеҙәре ҡабул ителә.
Республикаға идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеште көн һайын 8.40 сәғәттә - рус, шишәмбе һәм кесаҙна 8.10 сәғәттә башҡорт телендә ҡарағыҙ".
Тулыраҡ - видеояҙмала.