Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 19:30

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн

Электрон сертификатты ҡайҙан алырға?

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар кәрәкле реабилитация сараларын электрон сертификат ярҙамында алыуға хоҡуҡлы. Сертификатта техник реабилитациялау саралары (кресло-коляска, тауыш аппараты һ.б.), уларҙың һаны, сертификатты ҡулланыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт тупланған.

Электрон сертификат тураһында бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында һөйләнеләр.

Техник реабилитациялау сараларын алыу өсөн сертификат ҡайҙарҙа бирелә?

- "Дәүләт хеҙмәте" порталында.

- Күп функциялы үҙәктәрҙә.

- Социаль страховкалау фондының территориаль органдарында.

Яҙма инвалидтың (йәки уның законлы вәкиленең) “Мир” банк картаһына бәйләнә. Аҡса картаға күсмәй, ә реабилитациялау сараһын һатып алғансы федераль ҡаҙнаға резервҡа һалына. Сертификатты алыу өсөн “Мир” картаһының булыуы мотлаҡ.

Техник реабилитациялау саралары, фотолар, аңлатмалар, сауҙа нөктәләре исемлеге менән ошо һылтанма аша инеп танышырға була: https://ktsr.fss.ru/.

Бында сертификат тураһында тулы мәғлүмәт: http://fss.gov.ru/ru/fund/135474/656270/index.shtml.

Республикала электрон сертификаттарҙың мәғлүмәт системаһына тоташҡан ике сауҙа нөктәһе эшмәкәрлек итә:

- Рәсәй Хеҙмәт министрлығының "Московский ПРОП" ФГУП-ы Өфө филиалы, телефон - 8(347)250-76-78,

- "Радуга звуков" йәмғиәте, телефон - 8(347)244-86-32.

Тулыраҡ - видеояҙмала.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: