Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 20:45

Башҡортостан әҙер!

Халыҡтан ирекһеҙ күскенселәргә ярҙамға бәйле 132 тәҡдим ҡабул ителгән.

Башҡортостан әҙер!
Башҡортостан әҙер!

Бөгөн, 22 февралдә, Башҡортостан Хөкүмәтендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ирекһеҙ күскенселәрҙе ҡабул итеүгә әҙерлек тикшерелде. Эш кәңәшмәһен республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.

– Белеүегеҙсә, эвакуацияланған ике меңдән ашыу кеше менән ике эшелон килергә тора. Беҙ “Өфө” тимер юл вокзалында уларҙы ҡаршы алып, ваҡытлыса тороу пункттарына тиклем еткерергә тейешбеҙ. Әлегә 17 муниципалитетта өс меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы ошондай 25 пункт булдырылды, – тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ ул Ростовҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ун хеҙмәткәре осоуын хәбәр итте. Улар Башҡортостанға килергә тейешле кешеләрҙе оҙатып йөрөйәсәк. Бурыстары – тәү сираттағы ойоштороу сараларын тәьмин итеү.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә яуаплы структураларҙың юғары әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

– Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары исемлеге тулыһынса әҙер. Ростовҡа юлланған белгестәр бригадаһы килеп тыуған мәсьәләләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, юлда коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә. Бөтә санитар-эпидемиологик сараларҙы тейешле кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ, – тине Максим Забелин.

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итеүенсә, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары белгестәр тарафынан тикшерелгән, уларҙың һәр береһенә яуаплы беркетелгән.

Бынан тыш, кәңәшмәлә транспорт тәьминәте, килеүселәрҙең туҡланыуын ойоштороу, шулай уҡ уларға социаль һәм психологик ярҙам мәсьәләләре буйынса әҙерлек билдәләнде.

Республиканың йәмәғәт ойошмалары ирекмәндәр сифатында әүҙем ҡатнашырға ниәтләй. Өфөнөң тимер юл вокзалында күскенселәр менән осрашыуҙа 150-ләп ирекмән ҡатнашырға теләк белдергән.

Башҡа халыҡ та ЛНР һәм ДНР-ҙан эвакуацияланғандарға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Кире бәйләнеш статистикаһынан сығып, 19-22 февралдә ярҙам тураһында йәмғеһе 132 тәҡдим ҡабул ителгән. Республикала йәшәүселәр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙа, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, үҙәккә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙән, шулай уҡ уларҙың туғандарынан ярҙам һорап 13 мөрәжәғәт килгән дә инде.

Елена Прочаковская белдереүенсә, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ярҙам тәҡдим итеүселәрҙең һәр береһе менән бәйләнешкә сыға, улар тураһында мәғлүмәтте оператив штабҡа тапшыра.

– Башҡортостан һәр саҡ ҡунаҡсыллыҡ менән дан тотто, был юлы ла ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Беҙгә килгән кешеләр бында үҙҙәрен көтөүҙәрен, ярҙам итергә әҙер булыуҙарын тойорға тейеш. Был осраҡта мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу, бөтә хеҙмәттәрҙе лә тейешле кимәлдә эшләүҙәрен һорайым, – тине Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55044

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: