Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 16:00

Башҡортостан халҡы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер

Республикаға идара итеү үҙәге һәр ваҡыттағыса ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Сираттағы пост та шуны раҫлай.  

Башҡортостан халҡы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер
Башҡортостан халҡы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер

Республикаға идара итеү үҙәге һәр ваҡыттағыса ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Сираттағы пост та шуны раҫлай. 
"Дүшәмбе БР Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә булманы. Сара республикалағы хәл тураһында докладтарҙан түгел, ә Донбасста нимә булыуы һәм беҙҙең эвакуацияланған граждандарҙы ҡабул итерә әҙер булыуыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттән башланды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров аныҡ бурыстар ҡуйҙы: беҙ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ, әммә республика халҡы бының кире тәьҫирен тоймаҫҡа тейеш.

Беҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге, халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә нимә тураһында яҙыуын күҙәтеп барабыҙ. Республика халҡы торлаҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Ситуация үҙәгенә тиҫтәләгән кеше шылтыратты – эвакуацияланғандар һәм уларҙың туғандары. Шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү теләге белдереп шылтыратыусылар ҙа күп. Был турала оператив кәңәшмәлә үҙәк етәксеһе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева һөйләне.

Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә ярҙам итеү буйынса берҙәм телефон: 8 (347) 218-19-19

Кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:

Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, телефон 8-800-201-89-03

Эш ваҡыты: 09.00-21.00 сәғәттәрҙә, ял көндәрендә 09.00-18.00 сәғәттәрҙә". 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: