Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 13:20

Беҙҙең заман геройы

Бынан йыл ярым самаһы элек, 2020 йылдың октябрендә, Учалы ҡалаһында ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға булды: урындағы халыҡ бик оҙаҡ көткән сквер асылды. Ул Афған һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлегенә бағышланған.

 

Барыһы ла – бала саҡтан

 

Ҡала халҡы яратҡан аллея ла күпкә иркенерәк һәм матурыраҡ булып ҡалған: унда ял урындары барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу саралары йәм өҫтәгән. Учалы гранитынан түшәлгән тротуарҙар, заманса яңы ҡойма, яңы ултыртылған ҡыуаҡ-ағастар – барыһы ла урындағы халыҡ өсөн. Һис шикһеҙ, батырҙарса һәләк булған һалдаттар хөрмәтенә асылған бронза һәйкәл скверҙың төп үҙенсәлеге булып тора. Хәрби хәрәкәт ветерандарының Учалы берлеге етәксеһе Рәйес Ҡасимов әйтеүенсә, иҫтәлекле таҡтаташта Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда, Приднестровьела, “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Учалы егеттәренең портреттары урын алған. Һәйкәлде тантаналы асыу сараһында ветерандарҙың яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, урындағы халыҡ ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, ошо эште атҡарып сығыуҙа Рәйес Ҡасимовтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул үҙе лә, Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән ветеран булараҡ, иҫтәлекле һәй­кәлдең әһәмиәтен яҡшы аңлай һәм был башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәл­ләмәгән.

Рәйес Роберт улы Учалы ҡала­һында, Мәймүнә һәм Роберт Ҡаси­мовтарҙың күп балалы ғаиләһендә  төпсөк малай булып донъяға килгән. Әсәһе әйтмешләй, етеҙлектә һәм маҡсатлылыҡта ул ике ағаһын да уҙҙырып ебәргән: уҡыу араһында бейеү, кикбоксинг, йүгереү менән шөғөлләнгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. Туғыҙынсы класты тамамлағас, ситтән тороп Өфө юридик колледжына уҡырға ингән, мәктәптә лә уҡыуын дауам иткән. Шуға күрә мәктәпте тамамлағанда аттестат менән бергә “Финанстар” йүнәлеше буйынса колледж дипломын алырға ла өлгөргән.

2002 йылда Рәйес Ҡасимов Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының тау технологиялары факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Рәйес Роберт улы бер ваҡытта ла күктәге торнаға ымһы­нып, ҡулындағы мөмкинлектәрҙе ысҡындыра торған кеше түгел: тыуған Учалы яғын – дәрт-дарман һәм илһам биргән изге төбәкте бер ергә лә алмаштырырға теләмәй ул, һәр ваҡыт һайлаған һөнәре буйынса ла тап ошонда кәрәгем тейер, тип инана. Һәм яңылышмай: Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт юлын башлай.

Яҙмыш юлдарынан

 

2003 йылда уны Рәсәй армияһы сафына алалар. Рәйес Роберт улы Владимир өлкәһендә разведка ротаһында курсант булып китә, ә артабан яҙмыш уны Чечен Республикаһына илтә...

Был осорҙоң ил өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы булғанын оноторға ярамай. Рәйес Ҡасимов хеҙмәттәштәре менән 2003–2005 йылдарҙа Чечен Республикаһында барған контртеррористик операцияла ҡатнаша, Ҡыҙыл байраҡлы 42-се Евпатория гвардия мотоуҡсылар дивизияһының разведка ротаһы составында хәрби бурысын үтәй.

Ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле булған хәрби мәсьәләләрҙе үтәгәне өсөн Рәйес Ҡасимов бихисап миҙал һәм билдәләр менән бүләкләнгән, хәрби разведканың 86 йыллығына арнап, 42-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры рәхмәт хаты ла тапшырған. “Хәрби хәрәкәт ветераны” тигән исеме бар.

Йәш кеше өсөн, һис шикһеҙ, ҙур тормош мәктәбе һәм һынау булған, һәр яҡтан сыныҡтырған хәрби хеҙмәттән һуң Рәйес Ҡасимов тыуған Учалы яғына әйләнеп ҡайтҡан һәм Носов исемендәге университетта уҡыуын артабан дауам иткән, “Фай­ҙалы ҡаҙылмаларҙы байы­тыу” йүнә­леше буйынса юғары белем алған.

Уның хеҙмәт кенәгәһендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән йылдары теркәлгән. Хеҙмәт юлын тирмән машинисы, флотатор, бригадир, смена мастеры булып дауам иткән ул. Әле лә Рәйес Ҡасимов һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй, әммә тынғыһыҙ күңеле һәр ваҡыт эҙләнеү юлында һәм уның һөҙөмтәләре, һис шикһеҙ, һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, Рәйес Роберт улы 2014 йылдан Хәрби хәрәкәт ветерандарының Учалы ҡала һәм район берлеге етәксеһе вазифаһын башҡара.

 – Төп маҡсатыбыҙ – ветерандарға төрлө яҡлы ярҙам, шул иҫәптән психологик хәстәр ҙә күрһәтеү. Уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу сараларын да күрәбеҙ. Был ир-уҙамандарҙың барыһы ла ваҡытында ғүмерен һәм сәләмәтлеген йәлләмәйенсә, ил именлеге өсөн көрәшкән, тап улар – ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм ғорурлыҡ сығанағы. Үҫеп килгән быуын вәкилдәре, йәштәр өсөн бигерәк тә. Ватансыллыҡ тойғоһо, кешенең рухи ныҡлығына ышаныс күңелгә бәләкәйҙән һалынырға тейеш, шуға күрә геройҙарыбыҙҙың батырлығы тураһында онотмаҫҡа, уларҙы мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ. Йәштәрҙе ватансыллыҡ рухында тәрбиәләгән программаларҙа һәм проекттарҙа теләп ҡатнашабыҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, – ти Рәйес Ҡасимов.

Әйткәндәй, ул 2016 йылда Баш­ҡортостан делегацияһы составында Луганск Халыҡ Республикаһында булып, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы юлдарын үтеп, уның командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәм башҡа башҡорт атлыларының батырлыҡтарын мәңгеләштереү маҡсатында төрлө сараларҙа ҡатнашып ҡайтҡан.

 – Легендар Шайморатовтың һәм уның яуҙаштарының – яҡташта­рыбыҙҙың шанлы яу юлдарын үтеп, генералдың һуңғы төйәгенә баш эйеп, рухын яңыртып ҡайтыу теләге күптән күңелемдә йәшәй ине. Патриотик рейд ойошторолғас, ихлас риза булдым. Унда шулай уҡ V халыҡ-ара “Яндырылған юлдар” фестивалендә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе, – ти Рәйес Роберт улы.

Әйткәндәй, Луганск ерендә Баш­ҡорт кавалерия дивизияһының данын, уға бәйле иҫтәлектәрҙе бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар, башҡорт яугирҙәре ха­ҡын­да бик күп мәғлүмәт беләләр һәм йәш быуынды тап улар нигеҙендә тәрбиәләйҙәр. Унан тыш, урындағы халыҡ ижадында ла генерал Шай­моратовҡа бағышлауҙар, башҡорт яугирҙәрен данлаған әҫәрҙәр күп. 

 

Эштәрен халыҡ онотмаҫ

 

Үрҙә әйткәнебеҙсә, Учалыла Афған һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәт­тәрҙә һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлегенә бағышланған бронза һәйкәл һәм сквер асыу эштәренә лә Рәйес Ҡасимов етәкселек иткән. Һис шикһеҙ, йәш һәм булдыҡлы Ветерандар берлеге рәйесенең уңышы ул. Рәйес Роберт улы әйтеүенсә, проектты ла Учалы белгестәре эшләгән. Ҡала үҙәгендә урын алған һәйкәлдең постаменты ике һалдатты кәүҙә­ләндерә. Постамент авторы – Сабит Әйбәтов. Рәссам-скульптор, һәйкәл­дең авторы, Учалы уҙаманы Фәнил Мөслимов һүрәтләгәнсә, баҫып торған егет Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән. Ул, әйтерһең дә, сит ерҙәрҙә ғүмере өҙөлгән дуҫтарының портреттарына баға. Ә икенсеһе – локаль һуғышта ҡатнашҡан һалдат. Уның ҡараштары йәш кенә килеш яуҙа һәләк булған Учалы батырҙарының исемлегенә йүнәлтелгән. Егеттәрҙең барыһы ла Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгән.

– Скульптор Фәнил Мөслимовты Учалыла һәм тирә-яҡта яҡшы белә­ләр. Ижадсы урындағы предприятиела эшләй, күңел ҡушыуы буйынса үҙенсәлекле ижад менән дә шөғөлләнә. Ҡала йөҙөн ул ижад иткән тағы бер композиция биҙәй: үҙәк дауахана алдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған скульптура ул, – ти Рәйес Роберт улы.

Олатайҙарының ғорурланырлыҡ ейәне ул!

 

Рәйес Ҡасимовтың ғорурла­нырлыҡ, өлгө алырлыҡ тағы бер үҙенсәлеге бар: уның атаһы яғынан олатаһы Һибәт Ҡасимов заманында республика яҙмышында ҙур роль уйнаған билдәле шәхестәрҙән.

Һибәт Ҡасим улы Белорет райо­нында тыуып үҫкән, 1931 йылда БАССР наркоматы тарафынан Ҡазан юридик институтына уҡырға ебәрелгән. Тап ошо осорҙан башлап ул хоҡуҡ һәм ғәҙеллек юлына баҫҡан, был йүнәлеш уның артабанғы тормош юлын билдәләгән.

Институтты тамамлағандан һуң Һибәт Ҡасимов Ейәнсура районында, Белорет ҡалаһында халыҡ судьяһы булып эшләгән, Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән.

1937 йылдың авгусында Һибәт Ҡасимов БАССР Юғары Суды ағзаһы итеп тәғәйенләнгән. 1941 йылдың июнендә фронтҡа киткән, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаһарман­дарса алышҡан. Сталинград оборона­һында, Праганы дошмандарҙан азат итеүҙә, Берлин өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан. Яуҙа күрһәткән батыр­лыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Фашист Германияһын еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

1943 – 1946 йылдарҙа Һибәт Ҡасимов ғәмәлдәге армияла I һәм II Украина фронтында 5-се танк армияһының 5-се гвардия меха­низацияланған корпусының хәрби трибуналы рәйесе вазифаһын баш­ҡарған. Уның һаҡланған көндә­лектәрендә ошондай юлдар бар: “Суд репрессияһының осло ҡынын ваҡы­тында һәм дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү хәрби енәйәттәрҙе дөйөм иҫкәртеү йәһәтенән дөрөҫ ғәмәл булыр ине...”

Демобилизациянан һуң Һибәт Ҡасимов юстиция запасы гвардияһы майоры званиеһында 1946 – 1948 йылдарҙа БАССР Юғары суды ағзаһы булып эшләгән. Һаулығына бәйле, районға ҡайтырға мәжбүр булған, оҙаҡ йылдар Белорет һәм Баймаҡ райондарында халыҡ судьяһы, нотариус һәм адвокат булып эшләгән. 1969 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан.

Уның яҡындары иҫләүенсә, көн һайын Һибәт Ҡасим улы эргәһенә таныштары, дуҫтары, күршеләре һәм сит кешеләр килер булған, улар кәңәш һораған, юридик ярҙам күрһәтеүен үтенгән. “Атайыбыҙ бер ваҡытта ла, бер кемгә лә “юҡ” тип әйтмәне, профессиональ кәңәштәр, консультациялар уҙғарыр ине, хәленән килгәнсә ярҙамлашыр булды. Шул уҡ ваҡытта ауыр һуғыш йылдарындағы ваҡи­ғаларҙы иҫләп, бик ныҡ көйөр ине...” – тип хәтерләй уның улдарының береһе.

Бына ошондай билдәле шәхестең ейәне – беҙ бөгөн бәйән иткән Рәйес Ҡасимов. Уның күкрәгендә, ысынлап та, ярһыу йөрәк ҡаға, ул бер ваҡытта ла ғәҙелһеҙлеккә, моңһоҙлоҡҡа битараф булып ҡала алмай, кешеләргә һәр саҡ хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға, проблеманы хәл итергә мөмкинлектәр табырға тырыша.

Икенсе олатаһын (әсәһенең атаһын) – ауыр һуғыш йылдарынан һуң Белорет металлургия заводында домна мейестәрендә ҡорос ҡайнатыусы булып эшләгән, аҙаҡ тыуған яғына – Учалы районының Ҡәйепҡол ауылына ҡайтып төпләнгән, ете бала атаһы Хәйретдин Рәсүлевте лә ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала ул.

 – Бала сағым күберәк Хәйретдин олатай менән Рауза әзәй янында үтте. Иҫ киткес кешелекле, кеселекле, бала йәнле, уңған кеше ине олатайым. Беҙ, тиҫтәләгән ейәндәре, эргәһендә баштүбән йөрөһәк тә, бер ваҡыт та тауыш күтәрмәне, һәммәбеҙҙе ипләп кенә эшкә өйрәтте, атын егеп, донъя күрһәтеп йөрөтөп килтерер ине. Кеткелдәп кенә көлөр, арҡанан яратып алыр ине... Күңелем бөтөнлөгө лә – ошондай матур, йылы хәтирәле бала сағымдан, – ти Рәйес Ҡасимов.

Туғандары араһында ла уны бик хөрмәт итәләр. Аралашыусан, алсаҡ, асыҡ йөҙлө Рәйес Роберт улы атаһы менән әсәһе өсөн – төп ярҙамсы, ә күп һанлы ике туған ҡусты-һеңлеләре өсөн кәңәшсе һәм терәк тә.

Йәш етәксенең, хәрби ветерандың ярһыу йөрәге һәр саҡ шулай дәрт-дарманлы булһын, алдағы тормошонда тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яулаһын.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: