Социаль селтәрҙәргә 1930 йылда төшөрөлгән ошо фотоны һалғастар, ҡыуанысымдың сиге булманы. Темәс музейы архивында һаҡланған икән, тик беҙ, туғандар, ниңәлер был фотоның барлығы тураһында белмәгәнбеҙ.
Фотола уңда баҫып торған мыйыҡлы ир-уҙаман – Шәмсетдин Ғафаров, ә эргәһендә – ҡатыны Асия. Ғаиләләре менән фотоға төшкәндәрҙер, тип фараз ҡылырға була. Алғы рәттә – ата-әсәһе һәм һеңлеһе, ә эргәһендә ағаһы менән еңгәһе, тигән һығымтаға килдек. Әлбиттә, Шәмсетдин Ғафаров тураһында бала саҡтан белеп, ул үткән данлы юлдар тураһында ишетеп үҫтек.
Шәмсетдин Ғафаров 1896 йылдың 15 авгусында хәҙерге Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуған. Атаһы балаларын уҡытыу маҡсатында ғаиләһен Темәс ауылына күсерә һәм үҙе Күн етештереү заводына эшкә төшә. Шәмсетдин иһә ошо тирәләге берҙән-бер урыҫ мәктәбендә белем ала. Хәйер, был хаҡта икенсерәк хәтирәләр ҙә бар: Шәмсетдин урыҫ байына батрак булып яллана һәм, уның малайы менән бергә мәктәпкә йөрөп, урыҫ телен һәйбәт үҙләштерә, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Был варианттарҙың ҡайһыһы дөрөҫ икәнен әйтә алмайым. Беренсеһе дөрөҫөрәктер. Икенсеһе иһә революциянан һуң уйлап сығарылған биографияға оҡшаған, сөнки фотолағы Латифа өләсәйҙең һәм һеңлеһенең хәситәләренә ҡарағанда, бер ҙә ярлы кешеләргә оҡшамағандар.
Империалистик һуғыш башланыуға ике йыл үткәс, ун һигеҙ йәшлек егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Әлбиттә, ат йәнле башҡорт егете кавалерияла хеҙмәт итә. Күп тә үтмәй, өлкән сержант хәрби исемен ала. Тап ошонда артабанғы яуҙаштары, фекерҙәштәре менән таныша. Бай ҡатлам һәм капиталистар өсөн был һуғыштың файҙаһы тураһында уйланалар, һалдаттар араһында яйлап ҡына агитация эше алып баралар. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһын ул фронтта ҡаршылай.
Шәмсетдин Граждандар һуғышының башынан алып аҙағына тиклем ҡатнаша, үҙен аямай. Ябай һалдаттан ҡыҙыл командирға тиклем күтәрелә. 1919 йылдың февралендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға. Шәмсетдин Ғафаров Муса Мортазин төҙөгән айырым Башҡорт кавалерияһы бригадаһы составында һуғыша. Петроград, Польша, Киев, Коростень ҡалаһы эргәһендәге һуғыштарҙы үтә. Уның етәкселегендәге пулеметсылар командаһы ҙур батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Йәш командир Михаил Фрунзе ҡулынан исемле ҡылыс менән бүләкләнә.
Артабан бригада петлюровсыларға ҡаршы ебәрелә. Ошо яуҙарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Шәмсетдин Ғафаров иң юғары награда – Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. 1921 йылда Варшава ҡалаһы йүнәлешендә һуғыштар дауам итә. Варшава ҡамауға алына һәм дошман тар-мар ителә. Ҡыйыу һәм оҫта командирҙы икенсегә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Шулай итеп, ул 25 йәшендә бер йыл эсендә ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры дәрәжәһендә һуғыш юлын тамамлай.
1921 йылда демобилизацияланып, тыуған ауылы Ҡолсораға ҡайта. Бындағы яҡын-тирә ауылдарҙағы ярлы-ябағаға, етем ҡалған балаларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Балалар приюты астырыуға өлгәшә. 1921 – 1923 йылдарҙа Йылайыр кантонының хәрби комиссары ярҙамсыһы булып эшләй. 1923 – 1924 йылдарҙа Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбендә белем ала. 1923 – 1929 йылдарҙа Түбә ҡасабаһының бегун фабрикаһында инспектор, мөдир була. Һуңғараҡ Баймаҡҡа контроль-ревизия комиссияһына эшкә күсерелә. Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылында етем балалар өсөн йорт астыра һәм уға етәкселек итә.
Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, тыуған яҡтарына йыш ҡайта ул. Ҡайтҡан һайын ауыл балаларын йыйып, уйындар, ярыштар ойоштороп, бүләктәр таратып йөрөй.
Граждандар һуғышында үҙен ҡыйыу командир итеп күрһәткән хәрби етәксе Ғафаровты 1929 йылда 1-се Өфө ведомство милицияһының дивизион командиры итеп тәғәйенләйҙәр. 1934 йылдан ведомство милицияһының айырым взвод командиры була. Баш ҡалала эшләгән осоронда йыш ҡына тыуған яғына ҡайтып йөрөй, хужалыҡты алға ебәреүҙә ярҙам күрһәтә, кадрҙар һайлап алыуҙа, уҡырға ебәреүҙә туранан-тура ҡатнаша.
Шәмсетдин Ғафаровтың ҡаһарман яугир генә түгел, һыбай бик оҫта йөрөгәнен дә иҫбатлаған яҙыусы Нәжиб Иҙелбайҙың хәтирәләре 1987 йылдың 10 ноябрендә “Совет Башҡортостаны” гәзитенең 261-се һанында баҫылған:
“...Беҙҙең мәктәптә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының етенсе йыллығын байрам итеүгә ҡыҙыу әҙерлек бара. Байрам көнөндә баҙар майҙанында ҙур митинг һәм Баймаҡ урамдарында демонстрация буласаҡ, унда Граждандар һуғышы ҡаһармандары ҡатнашасаҡ”, – тигән хәбәр таралып өлгөргәйне. Беҙ, элек бындай тантананы күрмәгән ауыл малайҙары, ул көндөң етеүен түҙемһеҙлек менән көттөк. Бөгөнгөләй хәтеремдә, митингыны алып барған ағай:
– Иптәштәр! Хәҙер джигитовка, йәғни яугирҙәрҙең сабып барған ат өҫтөндәге уйыны буласаҡ, – тип иғлан итте. Бына бер ваҡыт егермеләп һыбайлы эйәрле ярһыу аттарҙа майҙан уртаһына килеп инде. Шул ваҡыт ни күҙем менән күрәйем: ялбыр яллы, оҙон тороҡло бер саптар уҡ һымаҡ атылып аранан алға сыҡты. Тәбәнәк буйлы, баҙыҡ кәүҙәле, киң яурынлы бер ағай йән-фарман сабып барған ат өҫтөндә туп кеүек уйнай. Ат өҫтөндә барған еренән ҡапыл ергә төшә лә, аяҡтары ергә тейер-теймәҫтән, тағы ла һикереп, йәнә эйәре өҫтөнә берсә алға, берсә артҡа ҡарап ултыра йәки аттың өҫтөнә һуҙылып ятҡан килеш тә, аяғөҫтө баҫып та саба бирә. Шулай йән-фарман саба торғас, баштүбән ташланды ла, эйәренең бауырлығына йәбешеп, атының ҡорһағы аҫтынан сығып, тағы ла эйәренең өҫтөнә менеп ултырмаһынмы! Беҙ, малайҙар, был ҡыйыу ағайҙың кем икәнлеген белгебеҙ килеп, уны уратып алғанбыҙ. Өҫтөнә ҡыҫҡа һырмалы куртка кейгән, биленә портупея быуған, иңенә еҙ тотҡалы кәкре ҡылыс аҫҡан, ялтыр итектәре үксәһендә көмөш шпорҙар шылтырай, киң күкрәгендә бер түгел, ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены ялтырай.
Әһә, тибеҙ, ошо ағай, ысынлап та, һуғыш ҡаһарманы икән! Шул ваҡыт өлкәндәрҙән кемдер был һүҙҙе ҡеүәтләгәндәй әйтеп һалды: “Беҙҙең яҡтың ир-арыҫланы Шәмсетдин ағайығыҙ булыр, Ҡолсора ауылынан!”
Баш ҡалала эшләгән осоронда ул башҡорт классигы Мәжит Ғафури менән аралашып йәшәй, башҡорт композиторы Хәбибулла Ғәбитовтың ғаиләһе ғаилә дуҫтарына әйләнә. БашЦИК рәйесе, күренекле яҙыусы Афзал Таһировтың яҡын кәңәшсеһе һәм тоғро дуҫы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһәрле 1937 йылда был ике хәрби эшмәкәрҙе бер үк айҙа ҡулға алалар һәм атыуға хөкөм итәләр. Шәмсетдин Ғафаровтың ғүмере ни бары 41 йәшендә өҙөлә. 1956 йылда ғына улар аҡлана.
Ҡолсора ауылының төп урамы, Сибай ҡалаһының урамдарының береһе Шәмсетдин Ғафаровтың исемен йөрөтә. Ҡасандыр уның ата-әсәһе йәшәгән йорт урынында бөгөн “Хәтер баҡсаһы” урынлашҡан һәм обелиск ҡуйылған.
Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Салауат Мөхәмәтшин – Шәмсетдин Ғафаров тураһында ентекле мәғлүмәт туплаған, уның хаҡында иҫтәлектәрҙе китаптарына индергән шәхес. Туғаныбыҙ Айрат Ғафаровтың архивында Шәмсетдин Ғафаров тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. 1996 йылда Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров Шәмсетдин Ғафаровтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы район, республика кимәлендә үткәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилейҙан ҡайтып барған мәлдә Айрат Ғәйзулла улы мәрхүм булып ҡалды.
Ошо фото тағы бер тапҡыр тарих биттәрен барлап сығыуға этәрә. Беҙ олатайыбыҙ Шәмсетдин Ғафаров тураһында күпте беләбеҙ һымаҡ ине, ә был фото киреһен иҫбатланы. Асылмаған тарих биттәре бар әле.
Лилиә НУРЕТДИНОВА-ҒАФАРОВА.