Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 19:00

Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә

Уға йүнһеҙ кешеләрҙән туҡмаҡ та эләккән, бер нисә тапҡыр тибеп тә осорғандар, сумка менән дә бәргәндәр...

Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә

Джек-рассел-терьер тоҡомло Джек – наркотиктар һәм башҡа иҫерткес матдәләрҙе эҙләүгә өйрәтелгән эт. Ул алты йыл “Өфө” аэропортында урынлашҡан таможня посында эшләй. Тиҙҙән хаҡлы ялға китәсәк. Тәрбиәләүселәре билдәләүенсә, ул арыған.

Дәүләт таможняһы инспекторы Анна Власова был этте ете йыл элек Белоруссиянан алып ҡайтҡан.

"Самолет рейстары аэропортҡа килеп төшһә, кеше күп була, балалар йүгерә, ығы-зығы күбәйә. Шул ваҡытта барыһына ла уңайлы булһын өсөн эттең бәләкәй булыуы мөһим. Тәүҙә мин Джектың фотоһын күрҙем. Ул шунда уҡ күңелде арбаны. Шуҡ, аҡыллы булыуы менән хеҙмәткә йәлеп итергә булыуын шунда уҡ аңланым", - ти Анна Власова.

Бер нисә айлыҡ күнегеүҙәрҙән һуң таможняның яңы хеҙмәткәре эшкә йәлеп ителә.

Джек үҙенең тәрбиәсеһе менән йәшәй һәм башҡа “хеҙмәттәштәре” менән алмашлап эшкә сыға. Рейстар булһа, шунда уҡ пассажирҙарҙың багажын тикшерергә китә. Рейстар әҙерәк булған саҡта күнекмәләр үткәрәләр. Уның эше уйындан ғибәрәт. Көсләп эшләтмәйҙәр. Джектың яратҡан уйынсығын йәшереп эҙләтәләр. Ошо уйын ваҡытында ниндәйҙер ят еҫ һиҙһә, Джек шунда уҡ был хаҡта белгертә.

Хеҙмәттә булғанда Джекка йүнһеҙ кешеләрҙән туҡмаҡ та эләккән. Бер нисә тапҡыр тибеп тә осорғандар, аяғына осло таға менән дә баҫҡандар, сумка менән бәргән осраҡтар ҙа булған.

Кинологияла эттәрҙең хеҙмәт итеү ваҡыты билдәләнгән. Джектың был ваҡыты үтеп бара. Ҡартая башлаған. Был эш күләменең артыуы менән дә бәйле. Ул эшләй башлағанда рейстар һаны ла кәмерәк булған. Элек багаж 90 – 150 берәмек булһа, хәҙер 500 берәмеккә еткән рейстар бар. Шуға ла Джек тиҙ арый башлаған.

Шулай итеп, Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә. Анна Власова уны алмаштырасаҡ этте тапҡан - Һамар өлкәһенән килтерелгән тоҡомло овчарка. Уны хеҙмәткә әҙерләүгә бер йыл самаһы ваҡыт китәсәк. “Хеҙмәттәше” эш асылына төшөнөү менән Джек ял итә башлаясаҡ.

Фото һәм сығанаҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Джек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: