Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 18:30

“Элемтәсе” эвакуацияланғандарҙы ҡабул итергә әҙер

Республикала ике меңдән ашыу кешене ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 25 пункт асылды.

“Элемтәсе” эвакуацияланғандарҙы ҡабул итергә әҙер
“Элемтәсе” эвакуацияланғандарҙы ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ирекһеҙҙән күсеп килеүселәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә. Республикала ике меңдән ашыу кешене ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 25 пункт, тағы ла 270 граждан өсөн дүрт резерв пункты асылған.

Шундай урындарҙың береһе – Өфөләге “Элемтәсе” балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры. Унда эвакуацияланған 250 кешене урынлаштырыу күҙаллана: 130-ын – өс ҡатлы төп корпуста һәм 120-һен бер ҡатлы ун йортта.

Һәр номерҙа йәшәү өсөн уңайлыҡтар - һыуытҡыс, эсәр һыу, ял бүлмәһе, телевизор, Wi-Fi, ванна бүлмәһе, санузел бар. Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында лагерь тулыһынса эшкәртелгән һәм дезинфекцияланған.

“Башҡортостан Хөкүмәтенең республикала эвакуацияланған кешеләрҙе урынлаштырырға әҙерлеге хаҡында хәбәрҙәр булғас, атап әйткәндә, Радий Хәбировтың указы сыҡҡас та, был кешеләрҙе үҙебеҙҙә ҡабул итеү теләген белдерҙек”, – тине “Элемтәсе” ял базаһы директоры Рауил Тимербулатов.

Фото: bashinform.ru/news/social

Сығанаҡ: bashinform.ru/news/social

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: