Учалыла һуңғы йылдарҙа самбо, дзю-до, көрәш кеүек спорт төрҙәре киң ҡолас алды. Районда спартакиадалар, танылған спортсылар иҫтәлегенә ярыштар һәм башҡа саралар даими үткәрелеп тора. Республика ғына түгел, ил, донъя кимәлендә лә уңыштары бар учалыларҙың, бигерәк тә уҡыусы балалар яҡшы һөҙөмтәләр менән һөйөндөрә.
Райондың бәләкәй генә Ҡотой ауылынан сыҡҡан спортсылар ҙа дзю-до көрәше ярыштарында даими рәүештә алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙы исеме райондан ситтә лә билдәле тренер Фәһим Шакиров күнектерә.
Мәҡәлә геройы Ҡолош ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Мәҙинә Моталлап ҡыҙы Салауат районынан килен булып төшә, уҡытыусы булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәрәк китә яҡты донъянан. Ғүмере буйы малсы булып хеҙмәт иткән атаһы Зәйет Шакир улы, Алла бирһә, киләһе йылға 90 йәшен тултырасаҡ. Үҙенең тормошто яратыуы, әүҙем булыуы менән барыһын да һоҡландырған аҡһаҡал һәр ваҡыт хәрәкәттә: йә Ирәмәлгә артыла, йә мәргәнлектә көс һынай, йә төрлө мәҙәни, спорт саралары уртаһында ҡайнай.
Татыу, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән ғаиләлә биш бала үҫә. Һәр ауыл балаһы кеүек, улар ҙа, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, саф һауала уйнап, олораҡтары кесерәктәрен ҡарашып, бер-береһенә терәк булып буй еткерә.
Теремек, ҡыҙыҡһыныусан, һәр яңылыҡты үҙенә һеңдерергә тырышҡан малай мәктәптә яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә физкультура дәрестәрен үҙ итә. Ул йылдарҙа мәктәптәренә йүнәлтмә буйынса йәш уҡытыусылар ғаиләһе эшкә килә. Лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, береһе – билдәле уҡытыусы, икенсеһе абруйлы етәксе булып танылған Шәғүрә менән Кәтип Әхмәҙиевтәрҙе әле лә ауыл халҡы ҙур хөрмәт менән телгә ала.
– Физкультура дәресен алып барған Кәтип Насип улы, ниндәйҙер китаптарына ҡарап, самбо алымдарын өйрәтә башлағайны, тиҫтерҙәрем менән бар донъябыҙҙы онотоп, шул спорт төрөнә ылыҡтыҡ. Ғүмерлек ҡомарыма юл һалыусы тип тап уны һанайым, – ти Фәһим Зәйет улы. – Ғөмүмән, беҙҙең быуын балалары хәҙергеләр кеүек компьютерға текәлеп ултырманы: физик эш тә, хәрәкәтле уйындар ҙа етерлек булды. Клубҡа нәфис фильм килтерһәләр, шул геройҙар булып мәж килә инек: спартандар, мушкетерҙар, индеецтар... Беҙҙең заман уйындары күңеллерәк тә, файҙалыраҡ та була торғайны, тигән фекерҙәмен.
Мәктәпте тамамлағас, 1980 йылда егет һалдат бурысын үтәргә йүнәлә.
– Хабаровск янындағы хәрби-һауа часында хеҙмәт иттем. Физик яҡтан сынығыуым әрмелә ныҡ ярҙам итте. Беҙҙең янда ғына спорт ротаһы урынлашҡайны. Улар янына йыш йөрөнөм. Ҡафтауҙан, Татарстандан килгән дәрәжәле көрәшселәрҙән ҡағиҙәләргә, көрәш алымдарына төшөнөп, күнекмәләрҙә ҡатнаша башланым. Хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, ҡалалағы “Лесмаш” заводына эшкә керҙем. Тиҫтерҙәрем менән бергә сменанан һуң ул саҡтағы хәүефһеҙлек техникаһы инженеры, әле данлыҡлы тренер булып танылған Йәлил Йосопов етәкселегендә милли көрәш серҙәренә төшөндөм, – тип тормош юлы менән таныштырҙы әңгәмәсем.
Күп тә үтмәй, егет ғаилә ҡора – бала саҡтан бер-береһен күреп-белеп үҫкән класташы Лүзә Камил ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ауыл тормошона күнегеп үҫкән, йәнтөйәктәрен бар күңеле менән яратҡан йәштәр ауылда төпләнә. Үҙ ҡулдары менән ҙур, күркәм йорт һалып сығалар. Ғаиләгә йәм өҫтәп бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Һәр эшкә таһыллы Фәһим Зәйет улы башта малсылыҡта йөрөй, 18 ураҡ миҙгелен комбайн штурвалында үткәрә. Әммә, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, ул көрәште ташламай – төрлө ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ батырға әйләнә. Тора-бара үҙе белгәндәрен йәштәр менән дә уртаҡлаша башлай. Клубта, ырҙын табағында, тәбиғәт ҡосағында егеттәр менән үҙаллы шөғөлләнәләр.
2001 йылда Фәһим Шакиров спорт мәктәбенә тренер булып эшкә урынлаша һәм тыуған ауылында дзю-до һәм самбо буйынса секция аса. Уларҙың уңыштарын күреп, район хакимиәте ҡотойҙарға 18 спорт маты бирә. Был көрәшселәрҙе тағы ла дәртләндереп ебәрә, яңы еңеүҙәргә этәрә.
2004 йылда Фәһим Зәйет улын Ҡотой мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Гел яңылыҡҡа ынтылған, маҡсатлы тренер, Силәбе дәүләт университетының физик культура һәм спорт факультетында ситтән тороп уҡып, юғары белем ала. Шул ваҡыттан алып күпме балала спортҡа һөйөү уятҡан, күпме кешене сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырған икән Фәһим Шакиров? Уның тәрбиәләнеүселәренең төрлө ярыштарҙа, турнирҙарҙа яулаған миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ!
Самбо буйынса Рәсәй беренселектәрендә еңеүҙәр яулаған Рифат Сөләймәнов, һигеҙ тапҡыр Башҡортостан чемпионы булған, Рәсәй беренселегендә икенсе урынға сыҡҡан Заһир Яхин, алты тапҡыр Башҡортостан чемпионы Азалина Сафина, ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы Лилиә Ваһапова кеүек өйрәнсектәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана тренер.
Ҡаты сир сәбәпле ғүмере йәшләй өҙөлгән дүрт тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй беренселегендә икенсе урынды яулаған Ғайсар Ғәлин дә Фәһим Шакировтың уҡыусыһы була.
Әммә, миҙал, урын яулауҙы төп маҡсат итеп ҡуймай тренер.
– Сер түгел, балаларҙы, йәштәрҙе хәмер-наркомания кеүек заман афәттәре һағалап ҡына тора, күптәр компьютерҙа оҙаҡ ултырып, һаулығын бөтөрә. Кемдер секцияларҙа шөғөлләнеп, бәлки, бер ярышта ла еңеү яуламаҫ, әммә ул сәләмәт тормошҡа ылыҡһа, артабанғы тормошон спорт менән бәйләһә, был – бик ҙур ҡаҙаныш, физик яҡтан ныҡ булыу әрме хеҙмәтендә лә бик мөһим егеттәр өсөн, – ти ул.
Секцияла шөғөлләнеүселәр райондан ситтә уҙғарылған төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы ваҡытта билдәле сәбәптәр арҡаһында ситкә сығыуҙар кәмегән.
– Ярыштарҙа ҡатнашыу йәш спортсылар өсөн үтә мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, бер нисек тә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмай. Камиллашыу өсөн даими рәүештә үҙеңә тиңдәр йәки һинән көслөрәктәр менән көс һынашырға, алдынғы тәжрибәне өйрәнергә һәм ҡулланырға кәрәк. Бүтән төбәктәргә сығыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур: бәләкәй саҡтан башҡа яҡтарҙы күреп үҫкән бала тыуған яғының ҡәҙерен нығыраҡ беләсәк, унда патриотик рух уяна, – ти педагог.
Фәһим Зәйет улы өлгөлө ғаилә башлығы ла. Шакировтар өс ҡыҙға ғүмер биргән. Өсәүһе лә үҙҙәренә оҡшап егәрле, тырыш, спортты яратып буй еткерәләр. Бөгөн ҡыҙҙары, үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар үҫтерә. Дүрт ейән-ейәнсәрен һөйөп, балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй Шакировтар.
Бөгөн Фәһим Зәйет улы Ҡолоштоң ғына түгел, Ураҙ, Ишмәкәй, Иҫтамғол ауылдары балаларын да күнектерә. “Мәргән уҡсы” хәрәкәтендә лә әүҙем ҡатнаша, балаларҙы уҡтан атырға өйрәтә. Данлыҡлы тренер, спорт мастеры кандидатының һөҙөмтәле хеҙмәте бихисап почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Күптән түгел уға “Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Әммә ир-уҙаман өсөн иң юғары награда – үҙе тәрбиәләгән егет-ҡыҙҙарҙың уңышы, яҡташтарының тырыш хеҙмәте менән яуланған хөрмәт билдәһе ул.
Римма СОЛТАНОВА.