Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина журналистар менән осрашып, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсына әҙерлек барышы тураһында һөйләште.
“Финал һәм бүләкләү тантанаһы 2 мартта "Торатау" конгресс-холында иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана”, – тип хәбәр итте Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Белеүебеҙсә, сара 2014 йылдан бирле уҙғарыла. Быйыл – алтынсыһы, ул Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола, географияһы ла киңәйгән: Башҡортостандың район-ҡалаларынан тыш, Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашырға теләк белдергәндәр. Республикала электән Урал аръяғы ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем булһа, хәҙер ҡатнашыусылар гоеграфияһы киңәйгән, йәғни Саҡмағош, Ҡалтасы, Туймазы, Бүздәк, Кушнаренко, Асҡын, Ҡариҙел, Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы һәм башҡа райондарҙың гүзәл заттары ла ихласлыҡ күрһәтә.
Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, конкурсҡа килгән 500-ҙән ашыу ғаризаның 150-һе финалда ҡатнаша. Сараға Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр, үҙ эшенең оҫталары килеүе көтөлә. Быйыл иң йәш ҡатнашыусыға – 18, ә иң олоһона – 93 йәш.
Гүзәл заттар ун номинацияла көс һынаша: “Ҡатын-ҡыҙ – әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө”, “Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре”, “Йәш йәмәғәт эшмәкәре”, “Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ”. Һәр номинацияла өсәр ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләү ҡаралған.
Ойоштороусылар еңеүселәрҙең кубогын да яңыртҡан. Унда конкурстың эмблемаһы һәм бал кәрәҙе төшөрөлгән. Спонсорҙар ҙа еңеүселәргә бүләктәр әҙерләгән. Шулай уҡ улар ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнә.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсын ойоштороуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе лә әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева түбәндәгеләрҙе еткерҙе.
– “Берҙәм Рәсәй" партияһы социаль йүнәлештәге проекттарҙы һәр саҡ хуплай. Алты йыл дауамында “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ. “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” номинацияһын булдырҙыҡ. Унда йылдан-йыл күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Сәйәсмәндәр генә түгел, үҙ һөнәре оҫталары, шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған ҡатын-ҡыҙҙар”, – тине Гөлнара Кирәева.
Конкурс "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән уҙғарыла.
Автор фотоһы.