Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 17:45

Конкурстың яңы миҙгеле башланды

Быйыл ул ил халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала. Конкурс ике йәш категорияһында уҙғарыла: 14–17  һәм 18–35 йәшлектәр өсөн. 

Конкурстың яңы миҙгеле башланды
Конкурстың яңы миҙгеле башланды

Илебеҙҙә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекттарының береһе булған “Илем – Рәсәйем” конкурсының ун туғыҙынсы миҙгеле башланды. Быйыл ул ил халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала. Конкурс ике йәш категорияһында уҙғарыла: 14–17  һәм 18–35 йәшлектәр өсөн.

Сара дүрт этапта үтә. Тәүге этап 10 февралдән 24 апрелгә тиклем дауам итә. Унда конкурсанттар конкурстың рәсми сайтында үҙҙәренең проекттарын урынлаштыра.

Быйыл конкурс эштәре 2022 йылда проекттың төп тематик йүнәлешен сағылдырған “Илемдең мәҙәни мираҫы” һәм “Минең һөнәрем” номинациялары һәм уҙған миҙгелдә ғәмәлгә индерелгән 13 йәшкә тиклемге балалар өсөн махсус номинация буйынса баһалана.  “Балалар халыҡ әкиәттәре” йүнәлешендә кескәйҙәр Рәсәй халыҡтары фольклоры буйынса ижад ителгән әкиәттәрен тәҡдим итә ала. Шулай уҡ “Илем. Изге Рәсәйем” тигән яңы номинация ғәмәлгә индерелә.

Конкурстың эксперттар советы етәксеһе, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, проект йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала. Былтыр унда 90 мең кеше ҡатнашһа, быйыл улар һанының байтаҡҡа артыуы күҙаллана. Әйткәндәй, рәсәйҙәр генә түгел, сит ил йәштәре лә унда ҡатнашырға теләк белдерә. Ҡатнашыусылар Рәсәй биләмәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәни, белем биреү, техник, социаль-иҡтисади проекттарын тәҡдим итә ала. Эштәрҙе халыҡ-ара эксперттар берләшмәһе баһалай.

Фото: fpprt.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: