Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 17:15

“Минең өләсәйем шунда йәшәй”

Балалар һыуыҡта, ас килеш, атыш аҫтында ҡалырға тейеш түгел. 

“Минең өләсәйем шунда йәшәй”
“Минең өләсәйем шунда йәшәй”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Луганск Халыҡ Республикаһының һәм Донецк Халыҡ Респбликаһының ирекһеҙҙән күсеп килгән халҡын ҡабул итергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы хаҡында белдергәс, бик күп кешеләр, йәмәғәт әүҙемселәре, билдәле шәхестәр был ҡарарҙы хуплап, үҙ фекерҙәрен еткерҙе. 

Дан КРИЧЕВСКИЙ, Рәсәйҙең төп раввиниатының Башҡортостандағы вәкиле:

— 2014 йылда ла, хәҙер ҙә Башҡортостан беренселәрҙән булып башҡа төбәктәрҙән килгән кешеләрҙе ҡабул итә. Башҡа халыҡтарҙың йәки башҡа республикаларҙың беҙҙең ағай-энеләребеҙ булыу-булмауындә тормай эш. Унда һәр беребеҙҙең туғандары, дуҫтары йәки иптәштәре бар. Мәҫәлән, минең өләсәйем шунда йәшәй. Хоҙай Тәғәләнең иң мөһим әмерҙәрҙең береһе — «Күршеңде үҙең кеүек ярат». Беҙ был кешеләрҙең ауырлыҡтар менән осрашҡанын аңлайбыҙ. Ҡыш, һыуыҡ... Балалар йә снаряд аҫтында йәшәргә, йә өйҙәренән сығып китергә мәжбүр. Шуға ла уларҙы яҡшы ҡабул итеү - беҙҙең бурыс. Йәмғиәттең попечителлек советын йыйҙыҡ та инде, уларға рухи яҡтан ғына түгел, нисек ярҙам итәсәгебеҙ хаҡында фекер алыштыҡ. Йылы кейем, йылы аш, йоҡлар урын кәрәк. Барыбыҙҙы ла бергә булырға саҡырам.

Фото: j-life.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: