Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 13:04

“Әрмеләргә барып, донъя күрҙек...”

Хәрби хеҙмәт беҙҙе сыныҡтырҙы, рухыбыҙҙы нығытты.

Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында.
Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында.

Атайым Әхәт Ғәбделварис улы Сәлихов, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫеп, шунда төпләнеп ғүмер итә. Ул уҡытыусы һөнәренә эйә булып, дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларға белем һәм тәрбиә бирҙе. Бөгөн хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны. Заманында уға ла, үҙ тиҫтерҙәре менән бергә, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә, һалдат һурпаһын эсергә тура килә. “Беҙҙең заманда армияға бармаған егеттәргә ҡараш бөтөнләй икенсе булды, шуға күрә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ашҡынып көтөп алып, ҙур теләк менән юллана инек”, – ти ул. Һеҙҙең иғтибарға Әхәт Ғәбделварис улының әрмегә бәйле иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

 

Һалдат тормошо нисек башланды?

 

“1965 йылда беҙ, 1946 йылда тыуған малайҙар, егет ҡорона етеп, әрме хеҙмәтенә китә башланыҡ. Беренсе­ләрҙән булып август айында Нурғәле менән Ишдәүләт класташтарымды оҙаттыҡ. Улар Германиялағы совет ғәскәр­ҙәрендә хеҙмәт итте. Ҡайтҡас, немец халҡының тәртиплелеген, эшһөйәрлеген аптырап һөйләй торғайнылар. “Бер кем кеше әйберенә теймәй, урмандағы һыныҡ сыбыҡты ла һорап, рөхсәт менән генә алалар. Һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, юлдары тип-тигеҙ”, – тип һөйләгәндәре иҫтә. Әрменән ҡайтып, һөт машинаһында йөрөгәнендә, Нурғәленең: “Ҡайҙа һуң Герман юлдары?!” – тип әйткән һүҙе лаҡап булып та китте.

Мин 1965 йылдың 11 ноябрендә армияға юлландым. Ауылдан бер үҙем инем. Өфөләге хәрби йыйылма пунктында класташым Рафаилде ҡыуып еттем һәм уның менән өс йыл бер полкта хеҙмәт иттек.

Салауат ағай Мөхәмәтшин атай менән икебеҙҙе йөк машинаһында алып китте. Ҡуянтау ауылынан Әхтәм Ғайсин тигән кеше лә улын оҙата ине, юлда туҡтап, уларҙы ла ултыртып алдыҡ. Баймаҡ аша Сибайға, хәрби комиссариатҡа барып теркәлдек. Поезд Магнитогорскиға таңғы 5.50 сәғәттә китә, шуға тиклем фатирға барып торорға кәрәк. Беҙ атай менән ауылдаш апайҙа туҡталдыҡ. Иртәнсәк атайым поезға алып барып, оҙатып ҡалды. Поезд Сибай – Магнитогорск – Ҡарталы – Силәбе – Өфө маршруты буйынса ике тәүлектән ашыу йөрөй ине.

Өфөлә көн буйы комиссия үттек, иртәгәһенә мунсаға алып киттеләр. Сафта китеп барғанда, урамда, осраҡлы рәүештә ауылдашым Вәхит Имелбаевты күреп ҡалдым. Ул БДУ-ла тарих факультетында уҡып йөрөй ине. Вәхит тә мине абайланы һәм бергә атлап киттек. Башҡаларға һиҙҙермәй генә сафтан сығып, бер урам боролошонда тороп ҡалдым. Вәхит, БДУ-ның ятағына алып барып, Фәтих ағай Исхаҡовты табып, мине уға тапшырҙы. Кискә уның бүлмәһендә армияға оҙатыу кисәһе үткәрҙек. Шулай ҙа Фәтих ағай, хәрби йыйылма пунктына шылтыратып, минең уларҙа булыуымды әйтте. Теге остан: “Кеше күп, урын етмәй, иртәгә шул сәғәткә алып килеп еткерһәгеҙ булды”, – тигәндәр. Төшкә табан барғайным, беҙҙең команда кискә поезға ултыра, тинеләр. Шул төндә вагондарға тейәлеп, Өфөнән сығып киттек.

Беҙ, бығаса донъя күрмәгән ауыл балалары, ҡайҙа этелеп, ҡайҙа төртөлөп тигәндәй барғанбыҙҙыр, поезды ла тәүгә күреүебеҙ бит инде. Сосораҡ ҡала егеттәре беҙҙе алдаштырып, тинләп, һумлап аҡса йыйып маташа, улар күберәк сержанттар тирәһендә урала. Өс көн тигәндә Мәскәүгә барып еттек. Төн ине. Артабан машина-будкаларға тейәнеләр. Барып етеп, бер нисә сәғәт ял иткәс, мунсаға алып киттеләр. Шунда ғына ауылдашым, класташым Рафаил менән бергә эләгеүемде аңланым. Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Динислам Турдыев, Әхмәр ауылынан Азамат Ғәзимов менән дә бер полктабыҙ икән.

Мунсаға ингәндә өҫтөбөҙҙәге барлыҡ кейемде сисеп ҡалдырҙыҡ. Кемдәр ауылға ҡайтарырға теләй, улар айырым өйөмгә һалды. Мин “кәрәкмәй” тинем. Шунда уҡ үҙебеҙҙә булған аҡсаны тапшырҙыҡ, нисә һум икәнен билдәләп, ҡултамға алдылар. Мин бер 3 һумлыҡты комсомол билеты артына йәшереп ҡалдырҙым, әммә уны барыбер тотонорға яҙманы, һиҙеп алғандар ине. Бейәләйем менән йөн ойоғом яңы ине, мунсанан сыҡҡанда, бәлки, һиҙҙермәй генә алырмын тип, йәшереберәк һалып киттем. Был ниәтем дә килеп сыҡманы, беҙҙе мунсаның бөтөнләй икенсе яғынан сығарҙылар һәм баштан-аяҡ һалдат кейеме кейҙереп ҡуйҙылар. Барыбыҙ ҙа бер иш кейемдә булғас, тәүге мәлдә бер-беребеҙҙе танымай аптырандыҡ.

Минең ауылдан кейеп килгән кейемдәрҙе “кәрәкмәй” тип әйтеүем яҡшы булған, һуңынан шуларҙы посылка итеп ебәреү өсөн егеттәр арыу уҡ ыҙаланы. Посылка өсөн берәр яҫтыҡ тышы таратып сыҡтылар. Шунда кейемеңде шаҡмаҡ ҡына итеп һалып, дүртмөйөш йәшник формаһында тегергә тейешһең. Оҡшамаһа, һүттереп, яңынан тегергә ҡушалар. Кемдәрҙер өс-дүрт тапҡыр маташты, Рафаил да ҡат-ҡат тегеп ыҙаланы. Ул көндә һәм төндә ял иткәс, ысын һалдат тормошо башланды.

 

“Белмәһәң – өйрәтәбеҙ, теләмәһәң...”

 

Мин Мәскәү янында 52032-се “А” хәрби часында хеҙмәт иттем. Иртәнге 6-ла “Подъем!” командаһы яңғырай. Тороп, әҙерләнеп баҫырға 60 секунд ваҡыт бирелә, “отбой”ға – 45 секунд. Бер генә кеше ошо ваҡыт эсендә өлгөрмәһә, яңынан ҡабатлайбыҙ. Шулай һәр иртәнсәк 10-15 тапҡыр “подъем” һәм кискеһен “отбой” командаларын үтәргә тура килде. Бигерәк тә ҡала егеттәре ыҙаланы, күптәре силғауҙы тәүге тапҡыр күрә. Бер минут эсендә тороп баҫып, кейенеп, силғауҙы дөрөҫ урап, итегеңде кейергә тейешһең.

Был командаларҙы бик тиҙ үҙләштерҙем. Өфөнән Санин тигән рус егете минең силғау урағанды күреп, “өйрәт әле” тип, өйрәнеп алды. Көндөҙ сафта йөрөйбөҙ, устав уҡыйбыҙ. Шулай итеп, “Йәш һалдат мәктәбе”н үтә башланыҡ. Буш ваҡытта хат яҙабыҙ, кейемде рәтләйбеҙ, гимнастерканың еҙ төймәләрен таҙартабыҙ, итек ялтыратабыҙ, гимнастеркаға эс яҡлап аҡ яға тегәбеҙ. Теш порошогын, төймә таҙартыу өсөн ацетол, ике пар аҡ яға, хат яҙыр өсөн ҡағыҙ, ҡәләмде хәрби магазиндан һатып алабыҙ. Уларын тумбочканан урлап маташалар. Киске тикшереүҙә сержанттар өҫ-башыңды ентекле ҡарай, “яғаң бысраҡ” тиһәләр, төнөн тегеп ятаһың, яңыһы булмаһа – табаһың.

Бер аҙна тигәндә, армия тәртиптә­ренә ҡәҙимге өйрәнеп алдыҡ. Саф менән йөрөүгә сержант алып сыға, ул өшөй башлаһа, икенсеһе алмаштыра, ә беҙ өшөмәйбеҙ! Шулай итеп, “Йәш һалдат мәктәбе”н уңышлы үтеп, 19 декабрҙә ант бирҙек.

Артабан объектҡа – хеҙмәт урынына алып йөрөй башланылар. Мин – Радиотехник тоҫҡау үҙәгенә (РТЦН), Рафаил ракеталарҙың осоу урынына эләкте. Бер көн батареяға экскурсияға алып барҙылар. Ракетаны тәүге тапҡыр шунда күрҙем, диаметры – 1 метр, оҙонлоғо 10 метр самаһы булғандыр. Персонал стартҡа әҙерләп бөтә лә бункерға инеп йәшенә. Мин хеҙмәт итә башлаған тоҫҡау үҙәненән команда алыу менән ракета осоп китә.

Тәүҙә пультта ултырҙым. 100-ләгән төймә. Һәр береһен тоҡандырыу һәм һүндереү тәртибе бар. Станция хәрби ҡаласыҡтан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Барғанда һәм ҡайтҡанда саф аҙымына өйрәнәбеҙ. Килеп сыҡмаһа, яңынан ҡабатлаталар һәм юлыбыҙ бер сәғәткә, сәғәт ярымға һуҙыла. Бер көнө “пол-оборота налево” һәм “пол-оборота направо” командаларын бер сәғәт буйы өйрәндек. Строй юл уртаһынан килә ине, ҡаршыға машина осраны. Лейтенант “Пол-оборота направо!” командаһын бирҙе, беҙ үтәй белмәйбеҙ. Бер километрҙы уңға-һулға боролоп, артҡа ҡарай үтәбеҙ ҙә, үткән юлды кире йүгерәбеҙ һәм тағы, тағы шулай...

Хәрби ант биргәндән һуң станцияның  (РТЦН) казармаһына урынлаштыҡ. Ашарға барыр алдынан турник янына үтәһең һәм биш-ете тапҡыр күтәрелергә тейешһең. Бер кеше эшләй алмаһа, бөтәһе лә көтөп тора. Әлбиттә, ундайҙарға ҡарап, йән көйә, һәр кемдең тиҙерәк ашханаға барғыһы килә. Мин әрмегә тиклем үк 20-21 тапҡыр ҡалҡына торғайным. Ғөмүмән, беҙҙең хәрби хеҙмәт “Белмәһәң – өйрәтәбеҙ, теләмәһәң – мәжбүр итәбеҙ” тигән ҡағиҙәгә ҡоролған ине.

Пультта оҙаҡ ултырырға тура килмәне, өйрәнеп алып, бер-ике тапҡыр үҙаллы дежур иткәйнем, команда пунктына алдылар. Унда өс оператор ултыра: урталағыһы – алыҫлыҡты, уңдағыһы азимутты билдәләй, һулдағыһы бейеклек буйынса “сәпте” (самолетты) ысҡындырмай, штурвал өйрөлтә. Бында ярты йыл тирәһе хеҙмәт итеп, III класлы операторға һынау бирҙем. Имтиханды яҡшы тапшырғас, мине тоҫҡау операторы итеп әҙерләй башланылар.

Бер йыл хеҙмәт итеүгә II класлы опера­торға һынауҙы уңышлы тап­шырҙым. Ғөмүмән, бындағы ҡатмарлы ғына идара итеү аппараттарының эшен аңлап алыу ҡыйын булманы, тик бына командаларҙы русса әйтергә өйрәнеү генә ауырыраҡ бирелде. Башҡа төркөм операторҙары йәки офицерҙары менән һөйләшеп, аппаратураны көйләйһең. Ҡолаҡта – наушник, эйәк аҫтында – ларингофон. Һинең һөйләгәнең бөтә станцияға ишетелә. Рус егеттәре минең ҡайһы бер һүҙҙәрҙән көлә торғайны. Хәрби хеҙмәттең өсөнсө йылында I класлы оператор булып киттем.

Хәрби ҡаласыҡта аҙнаға бер, ҡайһы берҙә ике тапҡыр нарядҡа эләгәһең. “Бабайлыҡ” тигән нәмә артыҡ һиҙелмәне, сөнки полкта һалдаттар аҙ, һәр кемдең – үҙ урыны, бурысы. Икенсенән, офицерҙар күп булды, өс-дүрт һалдатҡа – бер офицер. Өсөнсөнән, үҙ эшеңде белһәң, физик йәһәттән әҙерлекле булып, нормативтарҙы теүәл үтәһәң, “ҡарт” һалдаттар ҙа һиңә яҡшы мөнәсәбәттә ине.

Иптәш егеттәр күп булды, беҙҙән бер йыл алда хеҙмәт итеүселәр менән дә уртаҡ тел табып, бик матур мөғәмәләлә булдыҡ. Отделение командиры Владимир Фирфаров менән айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек. Ул кәүҙәле, ләкин бик үк етеҙ түгел, ә мин кәүҙәгә бәләкәй һәм йылғырмын. Казарма иҙәнендә аунап йөрөп көрәшә торғайныҡ. Мәскәү өлкәһенән ине, армиянан һуң икебеҙ ҙә ауыл хужалығында инженер булырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Ул инженер булдымы-юҡмы – белмәйем, мин математика уҡытыусыһы булып  киттем.

Ҡыш саңғыла йөрөнөк. Бер тапҡыр юлдың боролған ерендәге билдәне абайламайынса, элемтәселәрҙең юлынан сығып киткәнмен. 25 саҡрым үткәнмендер, бөтөнләй ят ергә барып сыҡтым, бер-ике ауыл эргәһенән үтеп киттем. Аҙашҡанымды аңлап, юлымдан кире боролоп, часҡа кискә генә ҡайтып индем.

Йәй футбол, волейбол уйнай инек. Бер йылғылар икенсе йылғылар менән, йә офицерҙар менән һалдаттар араһында ярыштар ойошторабыҙ. Приз – бер көнлөк шәкәр, көндәлек май йәки аҡ икмәк. Беҙҙең йылғылар волейболда гел еңелә ине, сөнки күптәребеҙ Уралдан, ҡыҫҡа буйлыбыҙ.

Өсөнсө йылда, июнь урталарында, полк Капустин Яр тигән ергә полигонға әҙерләнә башланы. Һалдаттар араһынан бесән саба белгәндәрҙе һораштылар. Бөтә подразделениенан өс кеше табылды: мин, яҡташым Азамат һәм Өфө яғынан бер татар егете. Ике аҙна бесән саптыҡ, килгән машиналарға тейәп, оҙатып йөрөнөк. Мунсаға тип ҡайтһам, штабҡа саҡырталар. Унда дембель мундиры әҙер тора! Сержант званиеһы погондарын да тағып ҡуйғандар. Шулай итеп, сержант Сәлиховтың хәрби хеҙмәте ошоноң менән тамамланды.

 

Армия миңә нимә бирҙе?

 

Беренсенән, бушлай ер-һыу, ил күрәһең, кеше менән аралашаһың, үҙеңде лә күрһәтә алаһың. Мәктәптә алған белемеңдең һәм физик әҙерлегеңдең әһәмиәте ошонда асыла ла инде. Мин, ябай ауыл мәктәбен тамамлаған кеше, ҡалала үҫкән, русса белем алған егеттәргә ҡарағанда, математиканы, физиканы, ғөмүмән, техниканы яҡшыраҡ беләм булып сыҡты.

Икенсенән, әрме – ул физик һәм рухи яҡтан үҫеш. Был тормош мәктәбен арыу үтһәң, үҙеңде тәрбиәләһәң, ышанысың арта. Өсөнсөнән, төрлө тарафтарҙан йыйылған кешеләр менән аралашаһың, уларҙың холоҡ-фиғелен, үҙҙәрен тотошон, белемен, уй-фекерен сағыштыраһың. Тағы ла бер нисә тапҡыр баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә булып, Горький исемендәге паркты, “ЗиЛ” машиналары парадын, Ҡыҙыл майҙанды, Кремл­де, музейҙарҙы, Ҡорал палатаһын күрҙем. Шулай уҡ Мәскәү өлкәһендәге Загорск, Мытище, Фрязино, Ногинск, Балашиха, Раменское, Красногвардейск ҡалаларын да күрергә насип булды.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

 яҙып алды.

Әхәт Сәлихов (уңда) ауылдашы Рафаил Мырҙабаев менән.
Әхәт Сәлихов (уңда) ауылдашы Рафаил Мырҙабаев менән.
Читайте нас: