Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 07:55

“Шайморатов генерал” бәләнән ҡотҡарҙы

u24.ruu24.ru
Фото:u24.ru

1973 йылдың яҙы. Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Мышанка тигән ерҙә урынлашҡан стратегик ракета хәрби көстәренең белгес-кесе командирҙар әҙерләү үҙәгенә Башҡортостандан бер эшелон булып мең ярым егет килеп төштө. Карантин үткәндә үк иң тәүҙә һалдатты сафта йөрөргә өйрәтәләр. “Уң” менән “һул”ды белмәгәндәр ҙә булды, сөнки хәрби күнекмәләрҙә бөтә Совет иленән йыйылған һалдаттар ине.

Көн дә кис йоҡлар алдынан саф һауаға алып сығалар, ә унда бик тиҙ теҙелеү мотлаҡ. Старшина бер урынға баҫа ла: “За мной в колонну по четыре становись!” – ти. 150 һалдат бер-береһен тапай-тапай сафҡа баҫа, кем өлгөрмәй, шуға сираттан тыш наряд эләгә. Өйрәттеләр, старшина унға тиклем һанағансы, строй тып итеп баҫып та тора.

Бер заман команда яңғырай: “Запева-а-ай!” Батарея шым. Яңы команда: “Разойдись!” Икенсе урында – “Становись!” Ун тапҡыр теҙелеүҙәр ҡабатланғас, батарея йырлай башлай – йә” “Катюша”, йә “Через две зимы” яңғырай. Ә хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, бөтә күнекмәлә егермеләп батарея бер үк йырҙы башҡара, ә оҙаҡламай дивизияла сафҡа теҙелеү смотры булырға тейеш.

Ҡыҫҡаһы, киске теҙелеү ваҡытында старшина Ратников биш взвод комсоргын сафтар алдына баҫтырып, бөтәбеҙгә бер хәрби бурыс ҡуйҙы: кис сафта йөрөгәндә батарея яңы йыр менән үтергә тейеш.

Беҙ, комсоргтар, ятып йоҡланыҡ та оноттоҡ. Кисен, яңы йыр булмағас, биш комсоргты әле генә ремонтланған бәҙрәфкә унитаз таҙартырға ебәрҙеләр. Иртәгәһенә – “Катюша”, өсөнсө көндә “По долинам и по взгорьям” йырҙары ла беҙҙе бәҙрәф таҙартыуҙан ҡотҡарманы. Старшина Ратников артыбыҙҙан: “Будете драить унитазы до тех пор, пока батарея не запоет новую песню или пока они не заблестят как золотые!” – тип һамаҡлап ҡалды.

Батареяны ла ялҡытты туҡтауһыҙ сафтарға теҙелеүҙәр, егеттәр комсоргтарҙы төрткөләй башланы, әммә килешкән йыр табылманы. Шул ваҡыт башҡа бер уй килде. Батареяның яртыһы тиерлек башҡорт-татар, әгәр “Шайморатов генерал”ды йырлаһаҡ, нисек булыр ине икән? Егеттәрҙе йыйып алдым да кәңәш тоттоҡ. Килештек, йырлап ҡараныҡ, оҡшаны.

Кис сафҡа теҙелгәндә Башҡортостан егеттәре старшинаның “Запевай!” тиеүенә йырлап ебәргән инек, бөтәһе лә дәррәү ҡушылды, “Шайморатов генерал!” тигәнен урыҫтар ҙа күтәреп алды.

Старшина ҡабул итте, Шайморатов кем ул, тип һорашып торманы. Уға “генерал” һүҙе бик оҡшаны шикелле, прогулкала гел: “Генерала запевай!” – ти торған ине. Шулай беҙҙең батарея көҙгә тиклем, хәрби частарға таралғансы, “Шайморатов генерал” йырын Белоруссия урамдарында яңғыратты.

Һүҙ аҙағында шуны әйтеп ҡуяйым, хәрби күнекмәлә ойошторолған строевой смотрҙа башҡортса йырлап үткән беҙҙең батареяға Уҡыу үҙәге начальнигы генерал-майор Приходько иғтибар иткән икән. Беҙгә Почёт грамотаһы бирҙеләр, ә мине политбүлеккә саҡыртып, Шайморатов генерал тураһындағы йырҙың һүҙҙәрен яҙҙырып алдылар, уның тураһында мәғлүмәтте дивизия музейына урынлаштырабыҙ, тинеләр.

 

Әнүәр ШӘЙХЕТДИНОВ.

Читайте нас