Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 13:02

Совет Армияһын иҫкә төшөрөп...

Мине Совет Армияһы сафына 1972 йылдың майында саҡырҙылар. Хәрби комиссариат сик буйы һаҡсылары командаһына яҙҙырғайны. Ул замандарҙа был командаға эләккән кешеләрҙе Дәүләт именлеге комитеты ныҡлап тикшерә торғайны. Ғәмәлдә иһә мине нисек тикшергәндәрен һиҙмәнем. Сибайға хәрби комиссариатҡа саҡыртып һөйләшеүҙәре генә хәтерҙә ҡалған.

Өфөгә килеп төшкәс, Республика йыйылма пунктында тағы тикшереү башланды. Минең менән һөйләшкән башҡорт милләтле, һап-һары сәсле бер майор ағай мине аяғүрә баҫтырып ҡараны ла: “Мырҙам, буйың шәп икән, һиңә диңгеҙселәр формаһы бик килешер ине, әйҙә мин һине шунда яҙайым”, – тип мине сик буйы һаҡсыларының диңгеҙ часына яҙып та ҡуйҙы. Ә диңгеҙ буйындағы сик һаҡсылары өс йыл хеҙмәт итә. Мин майорға “мине ике йыллыҡ хеҙмәттә ҡалдырығыҙ”, – тип әйтеп ҡарағайным да, бер нәмә лә  килеп сыҡманы. Баяғы майор мине, шулай итеп, өс йыллыҡ хәрби хеҙмәткә билдәләне.

Диңгеҙселәрҙең формаһы нисек кенә матур булмаһын, миңә өс йыл бигерәк оҙаҡ кеүек күренде, шуға күрә беҙҙе хеҙмәткә алып китә торған көндә мин Өфөгә сығып киттем дә, командамды алып киткәндән һуң ғына Республика йыйылма пунктына кире ҡайттым. Командаларҙың исемлеген төҙөп ултырған майор мине ныҡ ҡына әрләгәндән һуң: “Бар йөрөп тор”, – тип сығарып ебәрҙе.

Казарма алдындағы майҙансыҡта унда-бында төртөлөп йөрөй торғас, радио ғәскәрҙәре эмблемаһы таҡҡан ике сержантты күреп ҡалып, уларға: “Мине үҙегеҙҙең команда менән алып китегеҙ әле”, – тип өндәштем. Сержанттар, радио, элемтә буйынса белемемде тикшергәндән һуң, мине алырға булды. Офицерҙы эҙләп табып, уға минең турала һөйләп бирҙеләр. Офицер, радиостанциялар буйынса белемемде тикшереп ҡарағандан һуң, оҡшатты ла, үҙе менән алырға ҡарар итеп, командаларға тәғәйенләп ултырған баяғы майорға алып китте.

Тик майор миңә ныҡ асыулы ине, шуға ыҡҡа килмәй оҙаҡ ҡына ҡаршылашты. Шунан мине сығарып ебәреп, офицер менән нимәлер һөйләшкәндән һуң, кире саҡырҙылар һәм мине радио ғәскәрҙәренә яҙып, теге офицерға тоттороп сығарып ебәрҙе. Иртәгәһенә беҙҙе, Башҡортостан егеттәрен, тейәгән оҙон эшелон Мәскәү яғына ҡарай алып китте.

Мин Мәскәү хәрби округында ракета ғәскәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе радио ғәскәрҙәренә барып эләктем һәм ике йыл армия хеҙмәтем шунда үтте. Миңә үҙемдең хәрби һөнәрем ныҡ оҡшай ине. Тәүге көндән үк тырыша-тырыша хәрби һөнәремде ныҡлап өйрәнә башланым һәм, ярты йыллыҡ курсты бер айҙа үҙләштереп, имтихан тапшырып, хәрби дежурҙа ултырған өлкән саҡырылыш һалдаттары менән типә-тиң хеҙмәт итә башланым. Хеҙмәттәштәрем, йәш һалдат булыуыма ҡарамаҫтан, миңә ихтирам менән ҡарай башланы.

Армияла иң ҡурҡҡаным – мине булдыҡһыҙ тип уйлап, башҡорттар тураһында насар уйлап ҡуймаһындар. Шуға ла ныҡ тырыштым. Мин тәмәке тартмағас, рәхәт, әҙ генә буш ваҡытым булһа, күнекмәләр бүлмәһенә инеп, унда аппаратурала хәрби һөнәремде камиллаштырырға тырыштым. Ошо тырышлығым арҡаһында мин бер йыл эсендә “М” хәрефе яҙылған (йәғни “Мастер” тигән) бронза билдәгә һынау тоттом һәм, офицер гимнастеркама шул знакты тағып ҡуйҙы. Уны сроктан тыш хеҙмәт итеүселәр генә тағып йөрөй торғайны. Һалдаттар араһынан мин генә шул билдәгә тапшырҙым. Башҡортлоғомдо бөтәһе лә белә ине һәм, миңә ҡарап, беҙҙең милләткә ихтирамдарын күрһәтерҙәр ине. Хәрби дежурҙа офицерҙар ҡайҙа, ниндәй урынға ҡуялар, шунда һынатмайынса хәрби бурысымды тырышып үтәнем.

Армиянан ҡайтырға бойороҡ сыҡҡас, офицерҙар саҡырып, минең пландарымды һорашты ла: “Әминев, һиңә уҡырға кәрәк, ҡайҙа уҡырға инергә уйлаһаң, яҙып ебәр, беҙ һиңә йүнәлтмә ебәрербеҙ”, – тине. Һүҙҙәрендә торҙолар. Юридик факультетҡа инергә булғас, командирыма хат яҙып ебәрҙем һәм, күп тә үтмәне, ул миңә йүнәлтмә ебәрҙе. Шулай итеп, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты булып киттем.

Ҡулыма диплом алып, прокуратура органдарында эшләй башланым. Тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым һәм, күп тә үтмәй, фәнгә аяҡ баҫтым. Хәҙерге көндә фән өлкәһендә эшләп йөрөйөм.

Совет армияһын һәм хәрби хеҙмәттәштәремде ыңғай яҡтан ғына иҫкә алам. Армия ир-егеткә бик күпте бирә. Ул иң тәүҙә үҙеңде ир-егеттәрсә тоторға, һәр һүҙең өсөн яуаплы булырға өйрәтә, физик яҡтан сыныҡтыра. Мин хеҙмәт иткән хәрби часта “бабайлыҡ” күренештәре булманы. Төрлө милләт вәкилдәре булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә хәрби йөктө тигеҙ тарттыҡ һәм шуның менән көслө булдыҡ, тип әйтә алам.

 

Зәкирйән ӘМИНЕВ,

этнограф, ғилми хеҙмәткәр.

Читайте нас: