Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 12:57

Уға ни бары 19 йәш була...

Александр Матросов һәләк булған көн асыҡланды.

Александр Матросовтың ҡәбере – уның артында дзот.
Александр Матросовтың ҡәбере – уның артында дзот.

Тарихсы, философия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Айрат БАҺАУЕТДИНОВТЫҢ “Александр Матросовтың батырлығы. Совет һәм немец документтарына анализ” тигән монографияһы былтыр донъя күрҙе. Ул Александр Матросовтың батырлығына бәйле ваҡиғаларҙы тәрән өйрәнеү буйынса тәүге эштәрҙең береһе булыуы менән дә әһәмиәтле. Шулай уҡ 2018 йылда совет һәм немец архивтарының сере асылғандан һуң тәүге анализ булыуы менән дә ҡәҙерле. Автор менән әңгәмәлә лә һүҙ – Геройҙың һуңғы көндәре тураһында.

 

– Айрат Марат улы, һеҙ ни өсөн был теманы ныҡлап өйрәнергә ҡарар иттегеҙ?

– Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Учалы районында тыуған Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросовтың) Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы беҙҙең илдә генә түгел, бүтән тарафтарҙа ла киң билдәле. Уның ҡаһар­манлығы совет осорондағы күп кенә тарихи доку­менттарҙа теркәлгән һәм күптән танылған, шуға ла был йәһәттән бәхәстәргә, икеләнеүҙәргә урын юҡ.

Әммә ул батырлыҡ ҡылған көнгә һәм урынына бәйле һорауҙар бар ине. Советтар Союзы осоронда Александр Матросовтың ҡаһармандарса һәләк булған көнө 1943 йылдың 23 феврале тип билдәләнде, тик был архив документтары менән раҫланмай. Награда ҡағыҙынан билдәле булыуынса, Александр Матросов 91-се айырым уҡсылар бригадаһының 2-се батальонында хеҙмәт иткән һәм уның батырлыҡ көнө – 1943 йыл­дың 25 февралендә, тип күрһәтелгән. Ҡай­тарғыһыҙ юғалтыуҙар мәғлүмәттәре база­һында уның үлгән көнө 27 февраль тора. Уның батырҙарса һәләк булған урыны тип Чернушка ауылының көнсығыш яғы күрһәтелгән, унда обелиск ҡуйылған.

Әле Рәсәй тарихсылары һәм журналистары, Александр Матросовтың үлгән көнө – 1943 йылдың 27 феврале, яҡташыбыҙ Плетень ауылы өсөн алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән, тип раҫлай. Был аңлатма Бөйөк Ва­тан һуғышы осоронда совет тарихында ҡабул ителгән “Александр Матросов Чернушка ауылы өсөн яуҙа батырлыҡ ҡылған” тигән төп фекерҙән һиҙелерлек ситкә тайпылыу булып тора. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙар исемлеген асыҡлау мөмкинлеге булды, унда “Александр Матросов 1943 йылдың 23 февралендә һәләк булған” тип теркәлгән. Был мәғлүмәткә герой хеҙмәт иткән 91-се уҡсылар бригадаһының һәм 2-се батальонының хәрби хәрәкәт хроникаһы теркәлгән совет һәм немецтарҙың тарихи документтары ҡаршы килә.

– Бер нисә Чернушка ауылы бул­ғанмы?

– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чернушка ауылы ике яҡта урынлашҡан булған һәм шуға ла ул саҡтағы карталарҙа Чернушка (көньяҡ) һәм Чернушка (төньяҡ) бар. Немецтарҙың документтарында һәм карталарында Чернушка (көньяҡ) ауылын Чернушка (төньяҡ) ауылынан айырыу өсөн, Чернушка (төп) тип билдәләнгән.

1943 йылдың 5 февралендә Чернушка районында немец бүлексәләре яңынан төркөмдәргә бүленә. Чернушка (көньяҡ) һәм Чернушка (төньяҡ) ауылдарына яҡынлашыу юлына 113-сө һаҡ полкы урынлаша.

– Немец карталарында ниндәй мәғлүмәттәр теркәлгән?

– Вермахттың Ҡоро ер көстәре юғары командованиеһының картаһында 1943 йылдың 1 февраленән Көнсығыш фронттың төньяҡтағы хәрби хәрәкәте теркәлгән. Унда 113-сө һаҡ полкының оборона терәк пункты күрһәтелгән. Уны яулап алғанда Александр Матросов батырлыҡ күрһәтә. Был оборона терәк пункты 93-сө пехота дивизияһының хәрби хәрәкәт журналында ла, 1943 йылдың 15 ғинуарындағы немец картаһында ла 93-сө пехота дивизияһының 270-се полк яуаплылығы зонаһы булараҡ билдәләнгән. 93-сө пехота дивизияһының хәрби хәрәкәт журналында 1943 йылдың 8 ғинуарындағы мөһим мәғлүмәтте эҙләп таптыҡ: немец­тарҙың оборона һыҙаты һәм нығытылған район Чернушканан (көньяҡ) көнсығышҡа табан 1 саҡрым 200 метрҙа үтә.

Алышта ҡатнашҡандарҙың иҫтәлегенән һәм Александр Матросовтың батырлығынан сығып фекер йөрөткәндә, немецтарҙың дзоты өсәү булыуы билдәле. Был шулай уҡ немецтарҙың документтарында ла раҫлана. 1942 йылдың 28 авгусындағы 93-сө пехота дивизияһының 923/42-се бойороғо нығы­тылған оборона һыҙаты урынлашҡанын теркәй: 1942–1943 йылдарҙа ҡышҡы оборона ваҡытындағы дзоттар билдәләнгән. Дзоттарҙың урынлашыуына бәйле ике вариант ҡаралған – “А” һәм “В”. Улар араһындағы арауыҡ 200-ҙән 300 метрға тиклем булған, һәр береһе сымдар менән кәртәләнгән һәм уларға яҡынлашыу юлдарына миналар һалынған.

– Александр Матросовтың дошман утына ҡаршы барыуына ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр асыҡландымы?

– Александр Матросовтың, уртансы дзот амбразураһын үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплап, батырлыҡ ҡылыуы билдәле. Дзотҡа барып етеү өсөн уға ҡойманы емереп үтергә кәрәк була. Яуҙа ҡатнашҡандарҙың хәтирәләре буйынса, Александр Матросовтың бер нисә граната ырғытыуын беләбеҙ. Хәҙер асыҡланыуынса, ул немецтарҙың дзоты эргәһендәге тимер ҡамауҙы һәм миналарҙы юҡҡа сығарған. 1943 йылда “Красноармейская правда” гәзитендә баҫылған мәҡәләгә ярашлы, Матросов немец дзоты йүнәлешенә атҡан, “минаға эләккән һәм шартлау булған”.

Тимәк, ул гранаталар ярҙамында, шулай уҡ автоматтан атып, немец дзоты эргә­һен­дәге тимер ҡамауҙы һәм миналарҙы юҡ ит­кән. Ә инде дзот эргәһенә килеп еткәндә, хәр­би ҡоралдарын ҡулланып бөткән булған. Шул саҡта Александр Матросов ысын мә­ғә­нәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтә – дошман дзоты амбразураһына ташланып, 2-се ба­таль­он һалдаттарына һәм офицер­ҙарына не­мец нығытмаларын алырға мөмкинлек бирә.

Беҙ Александр Матросовтың 1942 йылдың 26 октябрендә Өфө ҡалаһының Киров хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыуын асыҡланыҡ. 1943 йылдың 5 февралендә уға 19 йәш тулған. 1943 йылдың 12 февралендә ул Сталин исе­мендәге 91-се айырым уҡсылар брига­даһына хеҙмәткә тәғәйенләнгән. Матросов 2-се айырым уҡсылар батальонына уҡсы-автоматсы булараҡ хеҙмәт итергә ебәрелгән. Асыҡлауыбыҙса, буласаҡ Герой алдында беренсе һәм берҙән-бер алыш торған – ул ваҡиға 1943 йылдың 25 февралендә була һәм Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө булып мәңгелеккә тарихҡа  инә.

– Аңлауыбыҙса, 23 февралдә яу булмаған?

– 1943 йылдың 23 февралендә немецтар авиаразведка ярҙамында Совет ғәскәр­ҙә­ренең ҙур һөжүмгә әҙерләнеүе тураһында бе­лә. Немецтарҙың 93-сө пехота дивизия­һы­ның хәрби хәрәкәт журналына ярашлы, Совет ғәскәрҙәре 1943 йылдың 24 февра­лендә “Геллеровские – Игнатово” билә­мә­һендә киң фронт менән һөжүмгә күсә. Шу­лай итеп, 91-се уҡсылар бригадаһы 24 фев­рал­дә яуға инә һәм Александр Матросов хеҙ­мәт иткән 2-се батальон Самущенки районы аша Большой Ломоватый Борға юллана.

Немецтарҙың документтарында ваҡиға­лар түбәндәгесә һүрәтләнә: “25 февраль төнөндә ҡаршы торған яҡ, Любомировские участкаһында 150-гә яҡын кешеһен юғалтып, бер нисә тулҡын менән һөжүм итте. Артиллерия ҡулланып, тура тоҫҡау ярҙамында һөжүмде кире ҡаҡтыҡ. Черное ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан ике саҡрым самаһы урында ҡаршы яҡ көстәренең оборона һыҙатын 200–300 кеше йырып сыҡты һәм Черное ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа бер саҡрым араға урманға үтте”.

1943 йылдың 25 февралендә ошо уҡ журналдың 1079-сы битендә түбәндәгеләр теркәлгән: “Чернушка районында төндә дошман 150 кеше самаһы һалдаты менән ал­дынғы сик аша үтә алды. Чернушка (төп) ауылының төньяғына үтеп ингән совет частары (100 кеше самаһы) ҡамап алынды. Алыш ваҡытында 80 кеше үлтерелде. 15–20 самаһы һалдат Чернушканың көнсы­ғышына сигенде. Һигеҙ кеше әсиргә алынды”.

Немецтарҙың документтарын өйрәнгәндә, Чернушка (көньяҡ) һәм Чернушка (төньяҡ) ауылдарын 1943 йылдың 10 февраленән 27 февраленә тиклем дошмандың 285 һаҡ дивизияһының 113-сө һаҡ полкының 3-сө батальонының 11-се ротаһы һаҡлауын, ул Тиман төркөмө составында 93-сө пехота дивизияһының оператив буйһоноуында һәм етәкселегендә көрәшкән, тип асыҡланым.

3-сө батальон командиры майор Теодор Ванке була. 11-се рота командиры – гауптман Роберт Стратман. 11-се рота составына ике взвод инә. Беренсе взвод командиры – обер-лейтенант Макс Доринг, ә икенсе взвод командиры лейтенант Макс Рабл була. Ошо ике взводтың береһенең һалдаттары Чернушка ауылы эргәһендәге дзотта урынлаша һәм Александр Матросовтың 2-се батальонына ҡаршы тора.

Һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Александр Матросов батырлыҡ күрһәткән көн асыҡланды – 1943 йылдың 25 февралендә.

25 февралдә таң менән Александр Матросовтың 2-се уҡсылар батальоны Черное ауылынан төньяҡ-көнсығышта Чернушка ауылы эргәһендә немец оборонаһының линияһын өҙә. Яҡташыбыҙ батырлыҡ ҡылған урын совет һәм немец документтары нигеҙендә билдәләнде – Чернушка (көньяҡ) ауылынан көнсығышҡараҡ бер саҡрым 200 метр алыҫлыҡтағы урмандың көнсығыш ауыҙында. Ул немецтарҙың оборона терәк пункты урынлашҡан урынға тура килә.

Александр Матросовтың батырлығынан һуң 2-се уҡсылар батальоны урманға бер саҡрым үтеп инә – Черное ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа һәм Чернушка (көньяҡ) ауылынан көнбайышҡа. 2-се батальондың бер өлөшө немецтарҙың ҡамауында ҡала. Уларҙың яҙмышы тураһында алда әйтеп үттек инде.

Бына шундай ҡорбандар, батырлыҡтар менән Бөйөк Еңеү килтергән Совет яугирҙәре, шуға ла уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөйөк Ватан һуғышы тарихының асылып бөтмәгән биттәре күп әле.

– Айрат Марат улы, бик йөкмәткеле һәм фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт.

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: