Республикаға эвакуацияланған Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына Йәмәғәт ярҙамы штабы "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ алыуын дауам итә.
Әйтәйек, бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов исеменән Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам тупланмаһына "Саф йөрәк" хәйриә фонды ирекмәндәре ҡушылды. Улар 11 электр сәйнүге һәм аҙыҡ һатып алған.
"Хәҙер, Луганск һәм Донецк республикаларында ҡот осҡос ваҡиғалар барғанда, кешеләрҙе тыуған ерҙәренән эвакуациялағанда, беҙ ситтә тора алмайбыҙ. Уларға ысынлап та ярҙам кәрәк, аҙыҡ-түлек, һыу, кейем-һалымға мохтаждар. Эвакуацияланған граждандар араһында тәү сиратта балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр бар. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу һәм уларҙың тырышлығын берләштереү. Республиканың битараф булмаған халҡын мөмкин булған гуманитар ярҙамды күрһәтергә саҡырам", — тине Ризуан Ҡорбанов.
"Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәне Ингил Хәсәнов әйтеүенсә, көн һайын ярҙам итергә теләүселәр һаны арта.
"Өфө халҡы балалар өсөн кейем-һалым, уйынсыҡтар һәм кейем-һалым, шәхси гигиена әйберҙәре, яҫтыҡ-юрғандар алып килә. Хәстәрлекле кешеләрҙең күп булыуына шатмын. Штабыбыҙға ирекмән булып килергә мөмкинлеге булғандарҙы ла саҡырам. Бөгөн ниндәй ҙә ярҙам артыҡ булмаясаҡ", — тине Ингил Хәсәнов.
Гуманитар ярҙам йыйыуҙа төрлө ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән "Дар Сайрана" компанияһы 25 литрлыҡ ун баллон һыу алып килеп биргән.
"Беҙҙең ойошма был кешеләргә ярҙам итергә әҙер. Кәрәк булһа, эсәр һыуҙы бер нисә тапҡыр алып килеп китербеҙ", — тине ойошма етәксеһе Эрнст Ғәлинуров.
Оло быуын халҡы Луганск һәм Донецк республикалары граждандарының бәхетһеҙлеген күңеленә айырыуса яҡын ала.
"Радионан Донецк һәм Луганскиҙан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам кәрәклеген ишеттем. Ҡатыным Луганскиҙан. Уның менән кәрәк булғандың барыһын да йыйып, ҡабул итеү пунктына алып килдек. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем, йылы балалар кейеме, аяҡ кейеме", — ти хаҡлы ялдағы Александр Ефименков.
Өфөлә йәшәгән Нина Зайцева эвакуацияланғандарға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып килгән.
"Барыһы ла тыныс юл менән хәл ителһен. Кешеләр һыйыныу урыны табыр, әммә тыныс тормош ул бары тыуған ерҙә генә мөмкин. Илдәре тынысланып, үҙ яғына ҡайтырға насип итһен", — ти ул.
Шулай уҡ гуманитар ярҙамға "К-Сервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡушыла. Компания вәкилдәре балалар өсөн әйберҙәр алып килгән.
Республикаға идара итеү үҙәге лә ситтә ҡалманы. Бөгөн ойошма ағзалары аҙыҡ-түлек пакеттары, карауаттар, яҫтыҡ, юрған комплекттары алып килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, гуманитар ярҙам өсөн Йәмәғәт штабы: Өфө, Цюрупы, 17.
Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының барлыҡ 63 бүлексәһендә лә гуманитар ярҙам ҡабул ителә.
Эш сәғәте:
Дүшәмбе — йома: 09.00 — 21.00 сәғәттәрҙә.
Шәмбе – йәкшәмбе: 09.00 − 18.00 сәғәттәрҙә.
Байрам көндәрендә: 09.00 - 18.00 сәғәттәрҙә.
Йәмәғәт ярҙамы штабының “тура бәйләнеш” телефоны: 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Фото "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенән алынды.