Бөгөн Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәнедәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Башҡортостан Республикаһының элекке хәрби комиссары Тимофей Михайлович Азаров алты маҡтаулы миҙал менән наградланған. Бөгөн генерал-майор элекке кеүек үк үҙенең идеалдарына тоғро, ул йәш быуын вәкилдәрен тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә, атайҙар һәм олатайҙар ҡаһарманлығын онотмаҫҡа өйрәтә. “Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау”, - тигән үлемһеҙ фразаны ҡабатларға ярата Тимофей Азаров.
Тормошоноң иң сағыу осоро хәрби үткәндәр икәнлеген раҫлағандар бар. Тимофей Михайлович Азаров хәрби һөнәр хаҡында бала саҡтан хыялланыуы һәм үҙ хыялын тормошҡа ашырыуы хаҡында әйтте. Юғары зенит-ракета команда училищеһында уҡыу, Карпат хәрби округында еңел булмаған хеҙмәт, зенит-ракета бригадаһына идара итеү – уның хәрби юлы китапҡа лайыҡ.
P.S. 23 февраль - погон йөрөткәндәр һәм әле таҡҡандар, Тыуған илебеҙ илһөйәрҙәре байрамы ул. Тылда булғандар – айырыуса.
Барығыҙҙы ла байрам менән! Башҡортостан, ғорурланырға сәбәп бар!”.
Фото: скриншот.