Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 18:00

Байрам, ял көнө тип тормайҙар...

Өфө халҡы иртәнсәктән алып аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, шәхси гигиена әйберҙәре һәм канцелярия тауарҙары алып килә.

Байрам, ял көнө тип тормайҙар...
Байрам, ял көнө тип тормайҙар...

Ял көнө булһа ла, иртә менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының  “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәгендәге Луганск һәм Донецк өлкәләренән эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пунктына өфөләр килә. Кешеләр тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, балалар өсөн кейем-һалым, көнкүреш техникаһы килтерә.

- Хатта байрам көнөндә лә күптәр штабыбыҙға килә. Өфө халҡы иртәнсәктән алып аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, шәхси гигиена әйберҙәре һәм канцелярия тауарҙары алып килә. Балалар өсөн әйберҙәр – уйынсыҡтар, кейем килтерәләр, - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге кураторы Рәил Иҙиәтуллин.

Өфөнән Зимфира Дәүләтова ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн яңы кейем-һалым һалынған пакет алып килгән. Ул үҙенең ни өсөн гуманитар ярҙам күрһәтеүе хаҡында һөйләгән.

- Әле торлаҡһыҙ ҡалған, тыуған яҡтарынан алыҫ булған ватандаштарыбыҙ өсөн ныҡ борсолам. Донбасста һәм Луганскиҙа булғандар өсөн дә. Унда балалар ҙа, ҡарттар ҙа бар, унда – барыһы ла беҙҙекеләр. Уларға Хоҙай тере ҡалырға һәм яҡындары менән осрашырға насип итһен, - тип һөйләгән Земфира Дәүләтова.

Пенсионер Лена Оленичева туғандарынан гуманитар ярҙам йыйыу пункты хаҡында ишеткән. Ул оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм канцелярия тауарҙары килтергән.

- Кисә телевизорҙан Луганск һәм Донецк республикалары кешеләрен бобмаға тотоуҙары кадрҙарын күрҙем. Йөрәк үртәлә. Был хәлдәрҙең тиҙ арала тамамланыуын, тыныс юл менән хәл ителеүен теләйем, - ти Лена Оленичева.

БДУ студенткаһы Алина Мортазина ошондай ауыр ваҡытта был граждандарға ярҙам итеү кәрәклеге хаҡында һөйләгән.

- Бынауындай матур ваҡытта шундай ҡурҡыныс хәлдәрҙең барыуы башҡа һыймай. Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк нәмә бармы икән?! Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә һәм үҙ ғаиләһен, олатай-өләсәйҙәрен, балаларҙы һаҡлау өсөн ҡалғандарға сабырлыҡ теләйем. Түҙемлек һәм көс теләргә ҡала, - тип белдергән Алина Мортазина.

Татьяна Егорова атаһының Украинала хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләгән. Ул ҡәҙерле кешеһенең хәтирәләренән һуң илаған.

 - Атыуҙар барған йорттан кешеләрҙе ҡоҡарыуы, балаларҙы ҡоҙоҡтан сығарыуы тураһында һөйләгәнен иҫләйем. Бындай ҡот осҡос әйберҙәрҙе эшләүҙе туҡтатырға кәрәк, - тигән оло йәштәге ҡатын.

Ул аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена сараларын, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йылы кейемдәр килтергән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: гуманитар ярҙам түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы 63 бүлексәһендә лә тапшырырға мөмкин.

Эш ваҡыты:                                 

Дүшәмбе – йома - 09.00 - 21.00 сәғәттәрҙә;

Шәмбе – йәкшәмбе - 09.00 - 18.00 сәғәттәрҙә.

Йәмәғәтселек ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге телефоны: 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00-20.00 сәғәттәр арауығында ҡабул ителә.

Фото: bashkortostan.er.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: