Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 21:20

Бер яуҙа ла еңелмәгән!

Башҡорт кадет корпусында рус полководецы А.В. Суворовтың тормошона, батырлыҡтарына арналған Ҡаһарманлыҡ дәресе үтте.

Бер яуҙа ла еңелмәгән!
Бер яуҙа ла еңелмәгән!

Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусының социаль селтәрҙәге төркөмөндә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр ителде.

“23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Рәсәй Геройы, Волга буйы федераль округының А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында бөйөк рус полководецы Александр Васильевич Суворовтың тормошона һәм батырлыҡтарына арналған Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде.

Белешмә өсөн: Александр Васильевич Суворов - бөйөк рус полководецы, рус хәрби теорияһына нигеҙ һалыусы. Изге Рим империяһының генерал-фельдмаршалы, генералиссимусы, генерал-фельдмаршалы, пьемонт ғәскәрҙәре бөйөк маршалы, үҙ заманының барлыҡ Рәсәй ордендары кавалеры. Полководец бер яуҙа ла еңелеүгә дусар булмаған, көс йәһәтенән әллә күпмегә ҡеүәтерәк дошман ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан. Уның тарафынан 60-тан ашыу яу-алыш үтелгән. Ҡыйыулығы, сыҙамлылығы ғына түгел, һалдаттарға ҡарата хәстәрлекле булыуы менән дә билдәле", - тиелә яҙмала.

Фото: Башҡорт кадет корпусы төркөмө.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: