Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 19:30

Буласаҡ офицерҙар өсөн шарттар яҡшыртыласаҡ

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты нисек эшләй?

Буласаҡ офицерҙар өсөн шарттар яҡшыртыласаҡ
Буласаҡ офицерҙар өсөн шарттар яҡшыртыласаҡ

23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында булды. Ул уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы, шулай уҡ Муса Гәрәевтең 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Кадет мәктәбе директоры, подполковник Фәнил Солтанғолов белем биреү ойошмаһын ҡарағанда уҡыу йортоноң тарихын бәйән итте. Ул – үҫмерҙәрҙе юғары хәрби-авиация уҡыу йорттарына әҙерләгән мәғариф учреждениеһы.

Мәктәп-интернат тәрбиәсеһе булып запастағы 11 офицер эшләй. Улар “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булған, үҫеп килгән быуынға хәрби һәм әрме тәжрибәһен еткерәләр. Уҡыу-тәрбиә эшен шулай уҡ 24 уҡытыусы алып бара.

Радий Хәбиров мәктәп-интернаттың музей кластарын, кабинеттарҙы, йәшәү бүлмәләрен, көнкүреш биналарын ҡараны. Дөйөм белем биреү ойошмаһында 323 тәрбиәләнеүсе уҡый, уларҙың 65 проценты – республика райондарынан, ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән балалар. 35 проценты - Өфөнән.

Дөйөм белем биреү программаһынан тыш, уҡыусыларға авиация, парашют-десант һәм стройға әҙерлек нигеҙҙәрен уҡыталар. Өлкән кластағылар парашюттан һикерә, гарнизон, ҡарауыл һәм эске хеҙмәт уставын өйрәнә, йәйге лагерҙарҙа хәрби-ялан әҙерлеген үтә. 10-сы кластан осоу практикаһы башлана, уны Өфө районындағы “Первушин” аэродромында үткәрәләр. Дөйөм уҡыу осоро дүрт йыл тәшкил итә.

Мәктәп-интернат, йыл һайын “Йыл космонавы” авиация-космос конкурсында ҡатнашып, Рәсәйҙәге иң яҡшыларҙың береһе һанала. Ул бер нисә тапҡыр ошо конкурсың еңеүсеһе булды, призлы урын яуланы. Уҡыуҙан тыш ваҡытында кадеттар төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Мәктәптә вокаль-инструменталь ансамбль, тынлы оркестр бар.

Мәктәп-интернат асылғандан алып уны 1045 тәрбиәләнеүсе малай һәм 41 ҡыҙ тамамлаған, уларҙың 817-е Рәсәй Оборона министрлығының хәрби юғары уҡыу йорттарына ингән.

Ватанды һаҡлусылар көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп тәрбиәләнеүселәренә уҡыуҙарында, киләсәк тормоштарында уңыштар теләне.

- Мин беренсе тапҡыр мәктәптәге һәм уҡыуҙағы, хәрби әҙерлектәге уңыштарға хайран ҡалдым. Яҡшы белем алыуығыҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы данға күмгәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. – Уҡыу йорто ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Шәхестең 100 йыллығын быйыл билдәләйәсәкбеҙ. Офицерҙарға һәм уҡытыусыларға – айырыуса рәхмәт һүҙҙәре. Мәктәп остаздарының күбеһе “ҡыҙыу нөктә”ләрҙе үткән, хәрби тәжрибәгә эйә.

Ҡәҙерле балалар, иң төп теләк – яҡшы уҡығыҙ, өҫтәмә белемгә эйә булығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Бәлки, барығыҙ ҙа яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләмәҫ, әммә һәммәгеҙ ҙә – Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы һаҡсылары.

Радий Хәбиров уҡыусыларға һәм уҡыусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы, мәктәп тәрбиәләнеүселәренең концертын ҡараны.

Директор Фәнил Солтанғолов уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыу, нығытыу кәрәклеген белдерҙе.

- Мәктәбебеҙҙең артабанғы үҫеше өсөн спорт комплексы, өҫтәмә уҡыу корпусы төҙөү мөһим, - тине ул. – Бынан тыш, уҡытыусы-офицерҙарҙың эш хаҡы мәғариф буйынса уртасанан кәмерәк һәм айына барлығы 24 мең һум тәшкил итә.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә уҡытыусылар составына хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса тәҡдимде индерергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Милек һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығына яңы төҙөлөш мөмкин булһын өсөн ер участкаһын рәсмиләштереү бурысын ҡуйҙы.

Балалар мәктәбе корпусын проектлауҙы 2023 йылда башларға, 2025 йылда күтәрергә планлаштыралар. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн кадеттар аҙнаһына өс тапҡыр уҡыу йортонан алыҫ урынлашмаған Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәгенә йөрөйәсәк.

- 2024 йылда мәктәп бинаһына капиталь ремонтты башларға һәм уны 2026 йылда тамамларға тырышырбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Был – Рәсәй армияһының буласаҡ офицерҙары өсөн бик кәрәк майҙансыҡ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: