Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 21:00

Өфөлә Муса Гәрәевкә һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының 100 йыллығына арналған юбилей саралары нисек үтәсәк?

Өфөлә Муса Гәрәевкә һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде
Өфөлә Муса Гәрәевкә һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде

23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү беренсе йәйге әҙерлеге булған мәктәп-интернатында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

- 9 июлдә билдәле датаны – республикабыҙҙан сыҡҡан шәхес, 76-сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры, билдәле Муса Ғайса улы Гәрәевтең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ул – һуғыш тарихында бер көндә ике “Алтын йондоҙ” тапшырылған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һуғыштан һуң Муса Гәрәев оҙаҡ йылдар республика ДОССАФ-ына етәкселек иткән, йөҙләгән йәш пилот әҙерләгән, әүҙем ижтимағи эш алып барған, хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү менән шөғөлләнгән.

Йәш быуын Муса Ғайса улы кеүек яҡташтарыбыҙҙың ошондай йәшәү миҫалында тәрбиәләнергә тейеш.

Республика етәксеһе төбәктә башҡорт еренең Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Даян Мурзин кеүек данлы улдарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып барылыуы хаҡында белдерҙе.

Муса Гәрәевтең 100 йыллығына арнап планлаштырылған саралар хаҡында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һөйләне. Төп юбилей саралары 8 июлдә - геройҙың тыуған яғы Илеш районында, 9 июлдә Өфөлә үткәреләсәк. Бының өсөн Муса Гәрәев тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштергән һәйкәлдәрҙе, мемориаль ҡоролмаларҙы, объекттарҙы төҙөкләндерәсәктәр. Өфө дәүләт авиация техник университеты биләмәһендә “Миг-19” самолетлы постаментты реконструкциялаясаҡтар. Был монументты 1974 йылдың 7 майында Муса Гәрәев үҙе асҡан булған.

- Муса Гәрәев үткәндәргә китмәне, ул – республикабыҙҙың быуындарҙы бәйләгән милли идеяһы өлөшө. Саралар лайыҡлы кимәлдә үтер тип ышанам, - тине Ирек Сәғитов.

Быйыл Өфөләге Дан бульварында һәм Муса Гәрев исемендәге скверҙа төҙөкләндереү эштәре атҡарыласаҡ. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев һөйләне. Был эштәр хаҡы 52 миллион һум булыр тип көтөлә, сумманың 49 миллион һумы - федераль бюджеттан.

Республика Башлығы эштәрҙе 9 июлгә тамамларға ҡушты. Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Дан бульварында Муса Гәрәевкә ҙур һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров бындай ҡоролманың Өфө өсөн көнүҙәк икәнлеге хаҡында әйтте. Геройға тағы бер һәйкәлде Илеш районында муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенә ҡуясаҡтар.

- 2022 йыл районда йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә мөһим. Юбилейҙы үткәреү барышында мәҙәни, спорт, илһөйәрлек саралары, конкурстар, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. “Китап” нәшриәте менән берлектә Муса Гәрәевтең “Штурмлаусылар маҡсатҡа бара” тигән китабын яңынан баҫтырмаҡсыбыҙ, - тип һөйләне Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин. – Муниципалитет биләмәһендә осоусы исеме менән бәйле объекттар буйынса туристик маршруттар эшләнек. Үрге Йәркәй ауылында Муса Гәрев музейы ла яңы экспозиция әҙерләне.

Бынан тыш, 9 июлдә Өфө районындағы Первушин аэродромында Муса Гәрәевтең 100 йыллығына арналған республика байрамы уҙғарырға планлаштырҙыҡ. Уның сиктәрендә “Хәрби юғарылыҡ” илһөйәрҙәр йыры фестивале үтәсәк. Ошо уҡ көндә Өфөлә үҙгәртеп ҡоролған Дан бульвары асыласаҡ.

- Дан бульварында данлы Муса Гәрәевкә ҙур һәйкәл ҡуйыу идеяһы көнүҙәк. Беҙ, һис һүҙһеҙ, был хаҡта архитекторҙар менән кәңәшмә үткәрербеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Юбилейҙы байрам итеүгә килгәндә, төп сараларҙың 9 июлдә үткәрергә килештек. Лайыҡлы, ғәҙәттәгесә, юғары кимәлдә ойошторорбоҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: