Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 14:15

Иң изге теләктәр – һеҙгә!

Рәсәй Президентының Волга буйындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

Иң изге теләктәр – һеҙгә!
Иң изге теләктәр – һеҙгә!

Рәсәй Президентының Волга буйындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

“23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, үҙен Тыуған ил данына һәм хәүефһеҙлегенә арнағандарҙы, ғүмерен Тыуған иле һәм уның именлеге өөн биргәндәрҙе хәтергә алабыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышында яһаған ҡаһарманлыҡтары илһөйәрлек һәм үҙ ереңә һөйөү миҫалы булған хәрбиҙәрҙе иҫләйбеҙ.

Бөгөн хәрби хеҙмәтен лайыҡлы үтәгәндәрҙе, дәүләт именлеген һаҡлағандарҙы һәм һәр минутта Тыуған илде һаҡлауға баҫырға әҙер булғандарҙы ҡотлайбыҙ.

Хәрбиҙәрҙең барлыҡ ауырлыҡтарын уртаҡлашҡан һәм ышаныслы тыл булған туғандарын, яҡындарын тәбрикләйбеҙ.

Волга буйы федераль округындағы Рәсәйҙең оборона һәләтен нығытыуға һиҙелерлек өлөш индергәндәрҙе – Хәрби Көстәрҙә, тәртип һаҡлау, Дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында хеҙмәт иткәндәрҙе, ҡоралланыуҙың яңы өлгөләрен уйлап сығарыусыларҙы һәм етештереүселәрҙе, илдең фәнни-технологик үҫешен тәьмин итеүселәрҙе ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек һәм Ватан хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем”.

Фото: kirovreg.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: