Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 17:15

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Донъя кимәлендәге кампусты, инновациялы фәнни-технологик үҙәкте һәм карбон полигонын ойоштороу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса стратегик комитеттың эш төркөмө кәңәшмәһен үткәрҙе.

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды
Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Донъя кимәлендәге кампусты, инновациялы фәнни-технологик үҙәкте һәм карбон полигонын ойоштороу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса стратегик комитеттың эш төркөмө кәңәшмәһен үткәрҙе.

Андрей Назаров алдынғы проекттарҙың береһе булған Евразия фәнни-мәғариф үҙәген ойоштороу башланғысының республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға тәҡдим ителеүе һәм Рәсәй Хөкүмәте рәйесе тарафынан хупланыуы хаҡында белдерҙе.

 - Былтыр Рәсәй Хөкүмәте тарафынан вуз-ара студенттар кампусы федераль пилот проекттар исемлегенә индерелде. Донъя кимәлендәге кампус статусын алыу ошондай уҡ технологияларҙа проектлауҙы һәм төҙөлөштө күҙаллай, тип билдәләйем. Һөҙөмтәлә ошо объект университеттарҙың халыҡ-ара кампустары рейтингында ҡатнашсаҡ. Был иһә проектты тормошҡа ашырған комплекслы ҡараштың мотлаҡ булыуы хаҡында һөйләй. Барыһы ла юғары кимәлдә, алдынғы технологиялар файҙаланылып, атҡарылырға тейеш. Элегерәк был проектты тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләшкәйнек һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файһҙаланып, федераль аҡса йәлеп итеп эшләйәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһындағы тәҡдим ҡарау һәм республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм Финанс министрлыҡтары компетенцияларына ярашлы концессия килешеүен төҙөү мөмкинлектәре баһаһы һөҙөмтәләрен күрһәтеү өсөн ебәрелгән.

Андрей Назаров кампус төҙөлөшө проектының тормошҡа ашырылыуының туранан-тура инновациялы технологик үҙәкте ойоштороу менән бәйле икәнлеге хаҡында әйтте.

Башҡортостан Республикаһының Инновация фәнни-ғәмәли үҙәген ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында республика Башлығы кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һөйләне. Ул бының бизнес өсөн преференцияларҙың төрлө төрҙәрен үҙ эсенә алған айырым иҡтисади зонаның яңы төрө икәнлеге хаҡында әйтте.

- Инновациялы фәнни-ғәмәли үҙәкте ойоштороуҙың маҡсаты - Рәсәй Федерацияһы фәнни-технологик үҫеше стратегияларының өҫтөнлөклө мәсьәләләрен хәл итеү өсөн практикаларҙы тормошҡа ашырыу, инновацион сәнәғәтә технологиялары берләшеүе һәм үҫеше, - тине Руслан Ҡазыханов.

Төбәктә инновациялы фәнни-ғәмәли үҙәк ойоштороу ғилми-тикшеренеү, инновация-эшҡыуарлыҡ, инфраструктура прооекттарын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Был иһә Башҡортостанда көнүҙәк технологик проекттар портфелен формалаштырасаҡ.

Кәңәшмәлә Инновация фәнни-ғәмәли үҙәген ойоштороу буйынса мәсьәләне, “СИРИУС” инновация-технологик үҙәге тәжрибәһен файҙаланып эшләп бөтөрөргә, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда карбон полигонын ойоштороу буйынса проектты сафҡа индереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Карбон полигоны операторы - Өфө дәүләт нефть техник университеты. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелгән аҡса күләме 700 миллион һумдан ашыу. Ағымдағы йылға планда – майҙансыҡтарҙы техник йәһәттән йыһазландырыу һәм ғилми-ғәмәли эштәрҙе атҡарыу.

Башҡортостан тағы ике проектта ҡатнашыуҙы планлаштыра. Был – милли технологик башланғыс инфраструктура үҙәктәрен ойоштороу һәм парлы газдарҙы ташлауҙы сикләү һәм углерод нейтраллеге биләмәһен ойоштороу буйынса климат экспериментын тормошҡа ашырыу буйынса федераль проектта ҡатнашыу.

- Яҡын арала Европа углерод эҙе булған сәнәғәт тауарҙарына сикләү иғәнәләрен индереүҙе планлаштыра. Шуға сауҙа баҙарҙарынан ситтә ҡалмау өсөн бөгөн үк төп экспортҡа сығарыусыларҙы адаптацияға әҙерләргә кәрәк, - тине Премьер-министр.

Кәңәшмә һуңында сарала ҡатнашыусылар фәнни һәм мәғариф ойошмаларына булышлыҡ итеү саралары хаҡында һөйләште. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һөйләне. 2021-2022 йылдарҙа республикала юғары белем биреүҙең фәнни ойошмаларына гранттар биреү йәһәтенән ярҙам итеүгә 350 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 2021 йылда ярҙам  сараларын киңәйтеү өсөн йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған: аспиранттарға – 500 мең һум күләмендә, фән кандидаттарына – 1 миллион һум күләмендә. Был маҡсаттарҙа Башҡортостан бюджетынан 15 миллион һум аҡса бүленгән, 2022 йылда ла ошондай  уҡ сумма ҡаралған. Бынан тыш, былтыр мәғариф һәм фәнни ойошмаларҙың ғилми тикшеренеүҙәре дөйөм суммаһы 30 миллион һум булған мегагранттар төрөндә дәүләт ярҙамын алды. Улар әйҙәүсе ғалимдар етәселегендә фәнни тикшеренеүҙәрҙе атҡарыуға сығымдарҙы финанс йәһәтенән тәьмин итеүҙе күҙаллай. Финанслау яңы лабораторияларҙы, ғилми мәктәптәрҙе ойоштороуға, фәнни-технологик үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фундаменталь һәм практик ғилми тикшеренеүҙәргә йүнәлтеләсәк.

 - Республика вуздары “Өҫтөнлөк 2030” Рәсәй вуздарына дәүләт ярҙамы программаһында уңышлы сығыш яһаны. 106 еңеүсенән “база” зачетында махсус өлөштә Рәсәйҙең 22 төбәгенән 46 алыусы билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының өс вузы ла 100 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Махсус грантты Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты берҙәм заявка менән ала, Өфө дәүләт нефть техник университеты – 142 миллион һум, Башҡорт дәүләт медицина университеты – 426 миллион һум, - тине Азат Бадранов.

Андрей Назаров, һығымта яһап, фәнни-мәғариф мөхитен трансформациялауҙың үҙгәртеп ҡороу, төбәк кимәлендә фән һәм юғары белем биреүгә ярҙам талап итеүен белдерҙе. Шуға Башҡортостанда мәғариф ойошмаларына булышлыҡ итеү һәм уларҙың фәнни ҡеүәтен үҫтереүҙе дауам итеү мөһим.

Фото: pravitelstvo.rb

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: