Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль , 16:30

Тыуған ил һаҡсыларын ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Тыуған ил һаҡсыларын ҡотлайбыҙ!
Тыуған ил һаҡсыларын ҡотлайбыҙ!

Төбәк етәксеһе республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Уның эргәһендә Мәңгелек ут яна. 

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, ҡалала йәшәүселәр ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар яу яландарынан ҡайтмаған, хәрби хеҙмәттә һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып, хәтергә алды.

Радий Хәбиров Дан мемориалының Геройҙар аллеяһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм генерал-майор Таһир Күсимов бюстарына сәскәләр һалды.

- 23 февраль – ысынлап та халыҡ байрамы. Бөгөн беҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы ҡотлайбыҙ. Был көн - республика етәксеһе булараҡ, миңә илебеҙ өсөн һәләк булғандарҙы хәтергә төшөрөү һәм хәҙерге ваҡытта уның сиктәре һағында торғандарға рәхмәт белдереү мөмкинлеге ул, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в