Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 21:40

"Уларҙың ниҙәр аша үткәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын..."

Ирекмән булырға теләгән һәр кем Берҙәм колл-үҙәккә шылтырата ала — 8 (347) 218-19-19.

"Уларҙың ниҙәр аша үткәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын..."
"Уларҙың ниҙәр аша үткәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын..."

Башҡортостанда 700 ирекмән Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған граждандарға ярҙам әҙерлеге хаҡында белдергән. Улар иҫәбендә - “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге ирекмәндәре.

Был үҙәк 2020 йылдың мартында барлыҡҡа килгән һәм Башҡортостандың 25 ҙур ирекмәндәр ойошмаһын берләштергән. Шуны билдәләргә кәрәк, 200-ҙән ашыу әүҙемсе Йәмәғәт ярҙамы штабында һәм гуманитар ярҙам йыйыу пункттарында ярҙам итә.

"Сит ҡайғы булмай. Ирекһеҙҙән килгәндәрҙең нимә аша үтеүен - тыуған йорттарынан, туғандарынан, дуҫтарынан айырылыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ирекмәндәребеҙ Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән граждандарға ярҙам итергә әҙер, - ти “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе Тимур Ишҡарин. – Мөмкин булғанса был кешеләргә булышлыҡ күрһәтәсәкбеҙ".

Башҡортостандың “МногодетОК” күп балалы әсәләр берҙәмлеге етәксеһе, “Рәсәй Студент Отрядтары” Дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Ирина Сухарева үҙен, дүрт бала әсәһен, тыуған йортонан, яҡындарынан айырылырға мәжбүр булғандар фажиғәһе борсоуы хаҡында һөйләгән.

"Әле барған хәлдәр күңелде әрнетә, балаларым да борсола. Луганск һәм Донецк республикаларынан килгәндәр өсөн нимә ҡулыбыҙҙан килә, шуны йыйырға булдыҡ. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек, баһалайыҡ, ярҙам күрһәтәйек", - тип белдерҙе Ирина Сухарева.

Ирекмән булырға теләгән һәр кем Берҙәм колл-үҙәккә шылтырата ала — 8 (347) 218-19-19. Мөрәжәғәттәр көн һайын 00.00 - 20.00 сәғәттәрҙә ҡабул ителә.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: