Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2022, 16:45

Халыҡ ярҙам итергә теләй

Республикаға идара итеү үҙәге ғәҙәттәгесә бөгөнгө “Сәләм” телепрограммаһында тура бәйләнештә ҡатнашты. Халыҡ ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, республика кешеләрен ниндәй мәсьәләләр борсой? 

Халыҡ ярҙам итергә теләй
Халыҡ ярҙам итергә теләй

Юлдар мәсьәләһе көнүҙәк булыуҙан туҡтамай (131 һорау), төҙөкләндереү (128), коммуналь хужалыҡ (124) мәсьәләләре лә күптәрҙе борсой. Ә коронавирус темаһы туғыҙынсы урынға төшкән (24 мөрәжәғәт).

Шулай ҙа яҡташтарыбыҙҙы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларындағы ҡатмарлы хәл, кешеләр яҙмышы барыһынан да элек ҡыҙыҡһындыра. Бик күптәр был төбәктәрҙән ирекһеҙҙән күсенеп килеүселәргә ярҙам итергә теләй, 8(347)218-19-19 телефоны аша һорауҙарына яуап ала.

Әле райондарҙағы “Ғаилә” үҙәктәрендә республикаға күсеп килергә мәжбүр булған кешеләргә әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыйыу ойошторолған. Был халыҡ республикалары менән Башҡортостанды күп нимә бәйләй, Бөйөк Ватан һуғышында ошо ерҙәрҙә билдәле 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һуғышҡан, байтаҡ яҡташтарыбыҙ ошо ерҙең азатлығын яҡлап баштарын һалған. Урындағы халыҡ батырҙар ҡәберҙәрен тәрбиәләп тота, улар хаҡында йәштәргә һөйләй, геройҙар иҫтәлеген саң ҡундырмай һаҡлауҙары, ҙур хөрмәт менән иҫкә алыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ!

Эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итергә теләүселәр өсөн бәйләнеш:

Ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәк 8 (347) 218-19-19

“Ғаилә” социаль үҙәктәре (адрестары https://clck.ru/c5oNN)

“Беҙҙең хәстәрлек”” ирекмәндәр үҙәге: Өфө ҡалаһы, 17, телефоны 8-800-201-89-03 (эш ваҡыты: 9.00 - 21.00, ялдарҙа: 9.00 - 18.00). Сайты https://clck.ru/c5oNW

Фото: скриншот. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: