Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2022, 14:00

Әсә хаҡлыҡ эҙләй

Былтыр 13 йәшлек Ефим Москвин милли көрәш буйынса мәктәп турнирында ҡолап, иҫтән яҙа. Ике ай буйы табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә ҡотҡарып ҡала алмай...

Әсә хаҡлыҡ эҙләй
Әсә хаҡлыҡ эҙләй

2021 йылдың ғинуарында 13 йәшлек Ефим Москвин Баҡалыла үткән милли көрәш буйынса мәктәп турнирында ҡолап, иҫтән яҙа. Арҡа һәм баш мейеһе йәрәхәтләнгән үҫмер комаға китә. Ике ай буйы табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә ҡотҡарып ҡала алмай: былтыр 23 мартта Ефим Москвин иҫенә килә алмайынса вафат була. Был үлем осрағы буйынса енәйәт эше асыла.

Үҫмерҙең әсәһенең һүҙҙәренсә, енәйәт составы булмау сәбәпле, йәғни бәхетһеҙ осраҡ, берәү ҙә ғәйепле түгел тип, тикшереү эше ябылған. Әммә әсә был ҡарар менән риза түгел. Уның иҫәпләүенсә, эштең еренә еткереп өйрәнелмәгән урындары күп. Мәҫәлән, йәрәхәтләнеү мөмкинлеге булған ярыш мәлендә залда "Ашығыс ярҙам" дежурлығы ойошторолмаған. Шунлыҡтан Ефимды дауаханаға үҙаллы алып барырға тура килгән. Шулай уҡ йәш спортсыларҙың ғүмерҙәре страховкаланмаған.

"Видеояҙмала күренеүенсә, улым, оппонентының аяғын иҙәндән айырып күтәрә һәм улар икәүләп матҡа ҡолай. Икенсе спортсы тороп баҫа, ә Ефим һаман ята. "Ефим, тор!" тип ҡысҡыралар, тик улым тора алмай, ул иҫен юғалтҡан була. Тикшереү һығымтаһында улымдың йәрәхәтте көрәш алымы эшләгән ваҡытта һауала алыуы тураһында яҙылған. Бик ҡыйын һәм үкенесле: бындай ауыр юғалтыуҙы әсә йөрәге ғүмере буйы онота алмаясаҡ. Мин теге баланы - улымдың өҫтөнә ҡолаған спортсыны - ғәйепләмәйем дә, тик был кире ҡаҡҡыһыҙ факт", - ти Снежана Москвина.

Экспертиза үҫмерҙең бәрелеүҙән елкә һөйәге һынғанлығын күрһәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арҡа мейеһен баш мейеһенән айырған йәрәхәт үлемесле булған. Ҡатын Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итер өсөн адвокат яллаған. Ул балаһын үлемгә еткергән сәбәпте асыҡлау һәм бындай фажиғәне башҡаса булдырмау эшенә ныҡлы тотонған.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: