Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 21:00

Ағиҙел күпере ябыла. Төп биш һорауға яуап

Шишәмбе, 1 мартта, Өфөлә сираттағы ҙур төҙөлөш эштәре башлана. Ҡала халҡына ниҙәрҙе белеү мөһим?  

Ағиҙел күпере ябыла. Төп биш һорауға яуап
Ағиҙел күпере ябыла. Төп биш һорауға яуап

Шишәмбе, 1 мартта, Өфөлә сираттағы ҙур төҙөлөш эштәре башлана. Ҡала халҡына был йәһәттән ниҙәрҙе белеү мөһим? Төп биш һорауға яуап бирәбеҙ.

* Ниндәй күпер ябыла?

1 мартҡа ҡарай төндә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке аркалы күпер төҙөкләндереүгә ябыласаҡ. Шулай уҡ Кесе йылға аръяғы урамы – Дим урамынан Мәктәп урамына тиклемге өлөштә лә ремонт буласаҡ. Эштәр 2024 йылдың мартына тиклем дауам итә.

* Уны ни өсөн ябырға кәрәк?

1956 йылда төҙөлгән иҫке күпер күптән капиталь ремонт талап итә. Ул 2018 йылда уҡ башланырға тейеш ине, ләкин әҙерлек барышында хәлдең күҙаллағандан күпкә насарыраҡ булыуы асыҡланды – тимер конструкциялар тутығып, таралып бөткән. Күперҙе тағы бер нисә йылға етерлек итеп ремонтлап торҙолар, әммә был ваҡытлы сара. Тәүҙә властар ремонт ваҡытында бөтә көсөргәнеште үҙ өҫтөнә аласаҡ күпер-ҡулайлама төҙөнө. Ваҡыт бының дөрөҫ ҡарар булыуын дәлилләне, юғиһә беҙҙә бер генә күпер ҡалыр һәм бына шунда ысын тығындар булыр ине.

* 2024 йылға тиклем бик оҙаҡ. Бәлки уны ябырға һәм өлөшләп ремонтларға кәрәктер?

Моғайын, был идеаль вариант булыр ине, ләкин белгестәр әлегә быны нисек эшләргә икәнлеген уйлап тапманы. Эш күләме ғәйәт ҙур. Оҫталарға таяуҙарҙы нығытырға һәм ҡорамалдарҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк. Күпер аша үҙенсәлекле арканы ла алырға уйлайҙар, ләкин яңы проектта ҡабатлаясаҡтар, күпер үҙенең тарихи йөҙөн һаҡлап ҡаласаҡ.

Асылда, ул яңы күпер буласаҡ, иҫке таяуҙар ғына ҡаласаҡ.

* Хәҙер нисек йөрөргә?

Хәрәкәттең яңы схемаһы түбәндәгесә:

Яңы күперҙең дүрт һыҙаты һәм 1991 йылғы күперҙең уң (ҡаланан барһаҡ) һыҙаты буйлап ҡаланан сығыу.

1991 йылғы күперҙең биш һыҙаты буйынса ҡалаға инергә. Уларҙың береһе реверсив, йәғни хәлгә ҡарап инеү йәки сығыу өсөн эшләйәсәк.

Һөҙөмтәлә элеккегә ҡарағанда саҡ ҡына тарыраҡ килеп сыға, шулай ҙа һәр яҡҡа маневр яһау өсөн киңлеге булған ун хәрәкәт һыҙаты бар.

Мэрия әйтеүенсә, был етерлек һәм бөтәһе лә яраҡлашҡандан һуң тығындар булырға тейеш түгел. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: Өфөгә Ташкисеү тирәһенән һәм Затон аша инергә мөмкин.

* Пугачев урамын да ябабыҙ тип яҙғайнылар. Нисек йөрөргә һуң?

Бындай вариант, ысынлап та, ҡаралды – Пугачёв урамын киңәйтеү буйынса юл эштәре барғансы билдәһеҙ ваҡытҡа ябыу планлаштырылғайны. Был осраҡта Нуғай яғына бөтә Кузнецов затоны аша сығырға тура килер ине.

Бәхеткә күрә, төбәк властары юлды эҙмә-эҙлекле ябыу өсөн трассаның һәр яғынан юл эштәрен алып барыу проектын ҡайтанан әҙерләү ысулын уйлап тапҡан.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: