21 февралдән 27 февралгә тиклем "Берҙәм Рәсәй"ҙең Йәш гвардияһы Башҡортостан бүлексәһе Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары кешеләре өсөн гуманитар ярҙам йыйыу алып бара.
Түбәндәгеләр ҡабул ителә:
- 0 -14 йәштәгеләр өсөн балалар китаптары,
- 0 -14 йәштәгеләр өсөн уйынсыҡтар,
- канцелярия кәрәк-яраҡтары,
- балалар өсөн буяуҙар, бумалалар,
- йомшаҡ уйынсыҡтар,
- балалар ялы өсөн башҡа әйберҙәр.
Гуманитар ярҙам ошо адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, икенсе ҡат, 203-сө бүлмә. Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр сәғәт 10.00 - 19.00 сәғәттәрҙә.
Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: +7 (999) 130-41-09.
28 февралдән 3 мартҡа тиклем балалар ялы өсөн йыйылған әйберҙәр Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ирекһеҙҙән күсеүселәр өсөн пункттарға алып барыласаҡ.
Сығанаҡ, фото: “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы – Башҡортостан”.