Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 16:20

Балалар туҡланыуы сифатлы булырға тейеш

Радий Хәбиров ҡаланың мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндереүсе Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә булды.

Балалар туҡланыуы сифатлы булырға тейеш
Балалар туҡланыуы сифатлы булырға тейеш

Бөгөн, 25 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндереүсе Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә булды. Республика етәксеһе ярымфабрикаттар һәм әҙер аш-һыу етештереү шарттары менән танышты.

Үҙәк директоры Владимир Смирнов һөйләүенсә, 1 582 кешенән торған коллектив (ашнаҡсылар, технологтар, кухня хеҙмәткәрҙәре) 125 мәктәптә һәм 221 балалар баҡсаһында туҡланыуҙы ойоштора, 126 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.

Ойошманың ҡеүәтенә сауҙа-етештереү базаһы, ике туҡланыу комбинаты, өс һөт кухняһы бүлексәһе һәм ике мәктәп ашханаһы инә.

2021 йылда Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге “Миллионлы ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы” федераль конкурсында икенсе урынды алды.

– Ярымфабрикаттар һәм аш-һыу әҙерләү өсөн барлыҡ продукция күп баҫҡыслы сифат контролен үтә, – тип билдәләне Владимир Смирнов. - Бынан тыш, беҙ әҙер изделиеларҙы үҙебеҙҙең базала тикшерәбеҙ, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында туҡланыуға мониторинг ойошторабыҙ.

Диетологтар мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн махсус рәүештә бер нисә төр һөт ризыҡтары, шул иҫәптән биойогурттар, бифилайфтар, ацидолакт әҙерләгән.

Башҡортостан Башлығы үҙәктең етештереү бүлмәләрен ҡараны һәм сығарылған продукцияның ассортименты менән танышты.

Ризыҡ хәүефһеҙ генә түгел, ҡайнар аш-һыу ҙа булһын өсөн туҡланыу сифатын даими тикшереп тороу мөһим, тине Радий Хәбиров.

– Сифат контроле – ул иң мөһиме. Беҙ мәктәптә туҡланыу инфраструктураһын – аҙыҡ-түлекте тикшереү системаһын һәм берҙәм меню, ата-әсәләр һәм балалар менән бәйләнештәр булдырҙыҡ. Айырыуса билдәләп үткем килә: 2020 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса башланғыс класс уҡыусыларының барыһы ла бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителде, – тине Радий Хәбиров. –Бер-ике йыл элек кенә ата-әсәләрҙән бик күп мөрәжәғәттәр килде. Хәҙер туҡланыу сифатына ялыуҙар һаны күпкә аҙыраҡ.

Төбәк етәксеһе республиканың социаль туҡланыу системаһына килтерелгән аҙыҡ-түлектең күбеһе урында етештерелгән тип өҫтәне.

 

– Мин Башҡортостан Башлығы булып эшләй башлағанда аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙе белмәнек. Мәҫәлән, иттең 90 проценты республиканан ситтән килтерелгән, хәҙер 82 проценты – башҡорт ите. Ул сифатлы һәм хәүефһеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Өфө һөт кухнялары селтәрен һаҡлап ҡалды, был тәжрибәне юғары баһалайым. Был проектты бөтә төбәк территорияһында уңышлы ҡулланабыҙ.

Республика Башлығы шулай уҡ Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге белгестәренең хеҙмәт шарттарына иғтибар итте. Коллективты һаҡлап ҡалыуҙың мөһим факторы – лайыҡлы эш хаҡы, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров үҙәк етәкселегенә ашнаҡсыларҙың һәм аш-һыу хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: