– Мин үҙемде юл айырмаһында ҡайҙа китергә белмәй аптырап ҡалған юлсылай хис итәм. 15 йыл тормоштамын, ҡыҙыбыҙ үҫеп килә, инде үҙем башҡаларға кәңәш бирерлек йәштә...
Ә мин һаман артабан ни булырын белмәйем, апай, – тип күҙ йәштәрен һөрткөләне Нәфисә.
– Беләһең бит, ғүмерем буйы ир, ғаилә тип йәшәнем, Әмир минең өсөн Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән бүләктәй ине. Яраттым, уның әйткәне минең өсөн закон булды. Йортта һәр саҡ таҙа, йәм булһын, плитәлә аш-һыу әҙер торһон, балам илап, тынғыһыҙлап маҙаһына теймәһен өсөн, һеперелеп эшләнем дә эшләнем.
Ә ул йылдар үткән һайын холоҡһоҙлана, тупаҫ һүҙҙәре менән йәнгә тейә, бер нисек тә ярап булмай. Мин уны олоғая килә олпатланыр, аҡылға ултырыр, тип уйлағайным, шуға күрә сәсрәп әрләшер, ҡаршылашыр урынға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем, бәхәсте шымартырға, ишетмәҫкә тырыштым. Хатта мин командировкала саҡта бер таныш ҡатын менән сыуалғанын ишеткәс , айырылышырға уйлағайным, тик ул ҡырт киҫте, бөтә ғәйепте минең өҫкә ауҙарып, аҡланырға тырышты. Шулай ҙа сабыйыбыҙ тыуасағын белгәс, ниһайәт, Әмир миңә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртер, донъябыҙ түңәрәкләнер, тип өмөтләндем.
Аҙаҡ декрет ялына сыҡтым, тик бәхәстәр, янъялдар, үпкә белдереүҙәр генә һис тынманы. “Бешерә белмәйһең”, “насар йыуғанһың”, “йүнләп йыйыштырмағанһың”, “һәпрә”, “бисуралай кейенгәнһең”, “әсәйме ни һин, баланы ҡарай белмәйһең” һәм башҡа әрнеткес һүҙҙәре менән үҙәккә үтте.
Тәүҙәрәк уға нисек тә ярарға тырыштым, ҡаршылашманым. “Тормошта улай булмай ул, бер һин генә яҡшы икәнһең дә, тик ул ғына насар ...” тип әйтереңде аңлап торам, Әнисә апай. Уны насар атай тип атарға телем әйләнмәй, эшендә яҡшы иҫәптә, хеҙмәт хаҡы ҡәнәғәтләнерлек, аҙыҡ-түлекте алып ҡайтып тора, ипотеканы түләй. Ситтән ҡарағанда, бына тигән ир, ғаилә башлығы. Әммә мин унан ныҡ һыуындым, бергә йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы. Бөгөндән айырылышып йәшәр инем, ҡыҙымдың атайһыҙ үҫәсәген күҙ алдыма килтереп, борсоуға төшәм, – тип уфтанды ҡатын.
Әнисә апай һеңлеһенең кисерештәрен, уның тормоштағы хаталы аҙымдарын белмәй түгел. Быға тиклем дә: “Нәфисә, һин, тоҙ һыуҙа иреп юҡҡа сыҡҡандағы кеүек, иреңдең ҡарашында көн дә юғала бараһың түгелме? Һин бит иҙән сепрәге түгел, ниңә теләгән һәр кемгә бысраҡ аяҡтарын һөртөргә рөхсәт итәһең? Ҡайҙа элекке алсаҡ, бер һүҙгә ҡырҡ төртмәле һүҙ ҡайтара торған күңелсәк Нәфисә?” – тип әйткәне бар ине.
Гел генә үҙен көйһөҙ “бала” сифатында күрергә ғәҙәтләнгән Әмир, ғаиләлә бала тыуғас та, һис үҙгәрмәне. Ғүмер буйы ҡатынынан “йүкә үрергә” белгән ир уның тормошо менән нисек теләй, шулай эш итергә күнеккән. “Тәүҙә үҙеңде яратырға өйрән, һеңлем. Өндәшмәү, асыуыңды эскә йыйыу аҡыл билдәһе түгел, ҡаты сиргә юлығыуың бар. Мин айырылышыуҙы хупламайым, тик үҙеңде үҙгәртергә көс таба алмаһаң, бынан да яҡшыраҡ вариант юҡ”, – тип көрһөндө Әнисә. “Их, үҙемә ошо кәңәште йәшерәк саҡта биреүселәр булһа, мин дә һаулығымды тәләфләмәй, ҡыҫҡа ғүмерҙе заяға үткәрмәй, бәхетле йәшәгән булыр инем”, – тигән үкенесе менән генә уртаҡлашмаҫҡа булды был юлы.
Д. АРЫҪЛАНОВА.