Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 12:30

Беҙҙең НКО секторы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе

Республикабыҙ “Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың әүҙемлеге” буйынса тәүге 20 субъект иҫәбендә.

Беҙҙең НКО секторы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе
Беҙҙең НКО секторы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға ярҙам тураһындағы мәғлүмәттәрҙең онлайн-асыҡлығын мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә – беренсе, ә ошондай ойошмалар секторы күләме йәһәтенән бишенсе урынды биләй.

Бынан тыш, “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн төбәк йәмәғәт палаталарының әһәмиәте” күрһәткесе буйынса республикабыҙ тәүге төбәктәр тиҫтәһенә, “Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың әүҙемлеге” буйынса тәүге 20 субъект иҫәбенә инә. Әйткәндәй, “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторының күләме” буйынса тәүге өс урында 2020 йылдан алып Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан биләй, дүртенсе урында – Силәбе өлкәһе. Башҡортостан иһә һигеҙенсе урындан бишенсегә күтәрелгән.

Социаль йүнәлешле ойошмаларға ярҙам тураһындағы мәғлүмәттәрҙең онлайн-асыҡлығын мониторингы буйынса илебеҙҙә алдынғы урандарға Башҡортостан Республикаһы, Воронеж өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы, Калининград өлкәһе һәм башҡалар лайыҡ булды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы өсөнсө секторҙы үҫтереүҙең иң әһәмиәтле институциональ майҙансыҡтары иҫәбенә инде. Ул – “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн төбәк йәмәғәт палаталарының әһәмиәте” күрһәткесе буйынса туғыҙынсы урында.

Республика коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамдың ресурс үҙәктәре әһәмиәте йәһәтенән 18-се урынды биләй.

Фото: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/433148/

Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/433148/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: