Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 16:00

"Ейәндәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыр өсөн бында килдек"

Андрей менән Оксана Евдокимовтар 2014 йылдағы хәрби ҡаршылыҡ ваҡытында Өфөгә күсеп килгән булған...

"Ейәндәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыр өсөн бында килдек"
"Ейәндәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыр өсөн бында килдек"

“Туғаным менән киленем әлеге ваҡытта хәүефле шарттарҙа. Көн һайын шул хаҡта уйлайым. Ваҡиғалар ағышын күҙәтеп барабыҙ. Халыҡтың ыҙалауҙары тиҙерәк тамамланһын ине, тип теләйем”, – ти ғаилә башлығы.

Оксана ла дүрт тәүлек буйы, туғандарының балалары менән бергә юлға сыҡҡан әсәһе һәм ҡәйнәһе килеп еткәнсе, йоҡлай алмаған.

Ниһайәт, оҙон юл артта ҡалып, Евдокимовтарҙың ғаиләһе тағы ла ишәйеберәк киткән. Хәҙер инде улар күмәкләп Донбаста ҡалған заттарынан яҡшы хәбәрҙәр көтә. Улар аҙыҡ-түлек, түшәк кәрәк-яраҡтары, раскладушкалар менән ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт белдерә.

Татьяна Коровкинаға ейәндәрен алып, ашығыс рәүештә тыуған өйөн ташлап китергә тура килгән. “Кейәүем хәрби бурыслы кеше, ҡыҙым – шәфҡәт туташы. Уларға ситкә китергә ярамай. Шуға ла балаларҙы алып, ҡоҙағыйым менән бергә Башҡортостанға, ҡыҙым эргәһенә килдек. Ростовҡа тиклем автобуста килдек тә, Өфөгә самолет менән остоҡ, – тип һөйләй ул, күҙҙәренә йәш алып. –  Унда ҡалып булмай ине. Көндөҙ ҙә, төндә лә шартлау тауыштары. Ейәндәребеҙ инде йоҡларға ятырға ла ҡурҡа башлағайны. Күңелгә әле лә ауыр – унда бит ҡыҙым менән кейәүем тороп ҡалды”.

Рома менән Диананың атаһы яғынан өләсәләре, Александра Евдокимова, һуғыш барған ерҙә ҡалырға мәжбүр кешеләр өсөн көйә. Айырыуса улы менән килене өсөн борсола. “Улымды хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар, әлегә ҡәҙәр уны ҡайҙа ебәргәндәрен белмәйбеҙ. Ярай бына беҙ хәүефһеҙ ергә килдек тә, унда бит күп кеше тороп ҡалды. Күбеһе подвалдарҙа йәшенә. Унда ла хәүефһеҙ түгел шул. Бомба төшөп шартлағандан һуң, кешеләрҙең емеректәр аҫтында ҡалған сағы ла булды. Үҙ йортобоҙҙо яратмағанға түгел, ә ейәндәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыр өсөн бында килдек”, – ти ул.

Балалар шартлау тауыштарынан ҡурҡып, йоҡлай алмай ятҡан саҡтары тураһында һөйләй. Улар ата-әсәһе өсөн борсола. Тиҙерәк улар менән күрешкеләре килә.

Бөгөн Башҡортостандың "Диңгеҙ йыйылышы" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов эвакуацияға килгәндәргә Йәмәғәтселек ярҙамы штабына әйберҙәр, аҙыҡ килтергән. Донецкиҙан килгән тәүге кешеләргә лә аҙыҡ-түлек алып барып киткән.

 

Йәмәғәтселек ярҙамы штабы гуманитар ярҙам йыйыуын дауам итә. Халыҡ көн дә аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйберҙәр килтереп тора.  

“Хәстәрлек” колл-үҙәгенә эвакуацияға кигән кешеләргә ярҙам тәҡдим итеп шылтыратҡан кешеләр күп. Республикаға килеп еткәндәр үҙҙәре лә шылтырата. Бөгөн уларға ярҙамға ирекмәндәр сығып килде лә инде”, – ти “Беҙҙең хәстәрлек” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гуманитар ярҙамды Өфө, Цюрупа урамы, 17 адресында урынлашҡан штабҡа йә “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәләренә килтерергә мөмкин.

Штабтың берҙәм колл-үҙәге телефоны: 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: