Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 13:00

Ишембай умартасыларына ярҙам тураһында һөйләнеләр

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Ишембай районы умартасылары йәмғиәтен төҙөргә ҡарар ителде.

Ишембай умартасыларына ярҙам тураһында һөйләнеләр
Ишембай умартасыларына ярҙам тураһында һөйләнеләр

Ишембай районы умартасылары өсөн семинар ойошторолдо. Унда бал етештереү буйынса үҙ бизнесыңды үҫтереүгә 350 меңдән 8 миллион һумға тиклем дәүләт субсидияһын алыу мөмкинлеге хаҡында һөйләнеләр. Урындағы умартасыларҙың Франция эшҡыуары Патрик Хоффман тормошҡа ашырған инвестиция проектына ҡарата һорауҙары тыуғандан һуң, Маҡар ауылына сәфәре ваҡытында вице-премьер Азат Бадранов ошондай сара үткәрергә вәғәҙә иткәйне.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары биреү үҙәге директоры урынбаҫары Әлфиә Гәрәйшина һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге кәңәшсеһе Рөстәм Резбаев сараның төп спикерҙары булды. Әлфиә Гәрәйшина ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы алымдары тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикалағы ауыл хужалығы тауар етештереүселәре өсөн һөҙөмтәле программалар бар. Мәҫәлән, “Агростартап” үҙ эшен асып, артабан уны үҫтерергә ниәтләгәндәр өсөн тәғәйенләнә. “Ғаилә фермаһы” программаһы иһә үҙ ерендә кәмендә ике йыл эшләп, берлектәге хеҙмәткә яҡындарын йәлеп итә алған йүнселдәр өсөн ҡулай. Өсөнсө ярҙам сараһы – кооперативтарға йүнәлтелә. Улар тейешле документ тапшырған осраҡта сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға квартал һайын субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

– Беҙҙең институт ауыл хужалығы министрлығы вәкиле булып тора, – тине Рөстәм Резбаев. – Беҙ аграр университет һәм умартаслыҡ проблемалары менән шөғөлләнгән башҡа ғилми ведомстволар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлбиттә консультация-мәғлүмәт йәһәтенән урындағы умартасыларға ла ярҙам итәсәкбеҙ. Мәҫәлән, килешеү нигеҙендә бал ҡорттары тоҡомон баһалауҙа һәм башҡа мәсьәләләрҙә булышлыҡ итә алабыҙ.

Башҡорт бал ҡорттарын һаҡлауға килгәндә, Рөстәм Резбаев, әле ошо йәһәттән аныҡ проект әҙерләнә, тип белдерҙе.

– Әлеге хәл-ваҡиғалар был эште тиҙләтеүҙе талап итә. Маҡар ауыл Советы халҡы Франциянан инвесторҙарҙың килеүе урындағы бал ҡортона бәйле хәлгә кире йоғонто яһар, тигән фекерҙә. Әммә республика власы бөгөн мәсьәләне хәл итеү өсөн байтаҡ эш башҡара – эш төркөмө төҙөлдө. Ул барыһын да ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар табырға тейеш. Беҙ иһә башҡорт бал ҡорттары ғына үрсетелгән биләмә ойоштороу бурысын үҙ иңебеҙгә ала алабыҙ. Башҡортостанда Иглин һәм Яңауыл райондарында ошондай зоналар бар, – тине ул.

Мәғлүм булыуынса, инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн власть һәм урындағы халыҡ Ишембай районы умартасылары йәмғиәтен төҙөргә ҡарар итте. Бынан тыш, халыҡ күтәргән проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнәсәк эш төркөмө ойошторолдо.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: