Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 16:15

"Мин бының менән ысынлап ғорурланам"

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә нимә тураһында яҙҙы? 

"Мин бының менән ысынлап ғорурланам"
"Мин бының менән ысынлап ғорурланам"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә нимә менән ысынлап та ғорурлана шул турала яҙҙы. Был – һөт кухнялары.

“Нимә менән ысынлап ғорурланам – шул турала. Башҡортостан – ҙур күләмдәге һөт кухнялары селтәрен йәйелдергән бик аҙ төбәктәрҙең береһе. Был юлды башлағанда һөт кухняһы Өфөлә генә булды һәм 3 мең кешене йәлеп итте. Был яҡшы тәжрибәне бөтә республикаға тараттыҡ – хәҙер 26 мең кешене: балаларҙы, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәьмин итәбеҙ. Ишле ғаиләләрҙәге, ауыр хәлдәге ғаиләләрҙәге балалар, опекаға алынған балалар һөт ризыҡтарын бушлай ала.

Тотош инфраструктура булдырҙыҡ: әгәр элек беҙҙә бер генә һөт зводы булһа, хәҙер иһә бөтә Башҡортостан буйынса һигеҙ етештереү цехы бар. Беҙ эшләй башлағанда таратыу үҙәктәре Өфөлә генә ине, хәҙер улар – бөтә республика буйынса 150-нән ашыу. Сеймалға һәм етештереүгә айырым талаптар ҡуябыҙ, сөнки һүҙ иң ҡәҙерле кешеләрҙең – балаларыбыҙҙың туҡланыуы һәм һаулығы тураһында бара. Продукция – ысынлап та файҙалы һәм тәмле. Быны “Һөт кухняһы” наградланған күп һанлы миҙалдар ҙа дәлилләй – Рәсәйҙә иң күбе беҙҙәлер моғайын. Һәм, әлбиттә, быны беҙҙең сауҙа селтәрҙәрендә иң популяр аҙыҡ-түлек – балалар һөтө, эремсек, йогурт – булыуы раҫлай.

Әлегә Башҡортостанда һөт кухнялары селтәрен артабан үҫтереү буйынса бөтә пландарҙы ла асмайым, әммә улар беҙҙә бар, һәм бик ҙур.

Барығыҙға ла уңыштар һәм һаулыҡ!” – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: