Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 15:16

“Ҡолға Дамира” бәхете

Халыҡ белмәй әйтмәй икән шул: силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигән әйтемдең хәтәр тормошсан икәнлегенә тағы бер инандыҡ.

...Курсташым Дамира тураһында һөйләйем әле. Бынан 15 йыл самаһы элек бергә техникум тамамланыҡ. Студент йылдарында уның тормошо бик күңелле булды, тип әйтә алмайым. Дамираны бер нисек тә сибәр тип булмай, етмәһә, буйға үтә оҙон һәм ҡот осҡос ябыҡ та ине. Ҡыҫҡаһы, егеттәр уны гел урап үтер булды, шуға күрә курсташыбыҙ күберәк ваҡытын ятаҡта китап ҡосаҡлап үткәрҙе, ары-бире студенттар кисәһенә эләкһә, бер кем менән аралашмай, шым ғына берәй мөйөштә ултырыр ине.

Диплом алғас, уны туғандары ярайһы ҙур ғына предприятиеға бухгалтер итеп эшкә урынлаштырҙы. Хәҙер уның барлыҡ тормошо ҡағыҙҙар һәм һандар араһында үтә ине. Йылдар үтә торҙо, уны оҡшатҡан егет тә осраманы. Ҡыҫҡаһы, утыҙ йәшен үткәндә һәм уны предприятиеның баш бухгалтеры итеп ҡуйғанда, һаман да шул яңғыҙ “ҡолға Дамира” булып ҡалды. Һирәк кенә осрашҡанда, әрһеҙерәк әшнә-әхирәттәре: “Үҙең өсөн булһа ла бала тап, ҡартлығыңды уйла”, – тигәнерәк “затлы” кәңәштәр ҙә биргеләй ине, мәгәр ул ҡул һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнде. Беренсенән, улай тәрбиәләнмәгән, икенсенән, бала табыу өсөн ирҙе тота килеп ҡайҙан алаһың?

Дамираның яҙмышы өсөн көйөүселәр кәмемәне: үҙе ярҙамсыл, йомарт, кешелекле булғас, уға ла берәй файҙа килтерәйек, тигәндәрҙер инде. Ҡыҫҡаһы, бер ир менән таныштырырға булдылар. Ир тигәнең ана ғына тора, әлбиттә, әммә Дамира ла һыу һөлөгө түгел... Йәше лә бара, етмәһә.

Был ир ҡала ситендәге биш ҡатлы йортта, өс бүлмәле фатирҙа әсәһе менән генә йәшәй булып сыҡты. Ҡырҡты үткән, хәрби булғас, пенсияла икән. Ваҡыты-ваҡыты менән эсеп тә ала, тинеләр. Димләүселәр иһә, ярар, кемдең етешһеҙлеге юҡ, тип аҡлап та ҡуйҙы. Күңелде йылытҡан ғәмәл иһә шул булды: был ир ҙә, Дамира ише, ябыҡ оҙон бер әҙәм икән, хатта беҙҙең ҡыҙҙан бер башҡа оҙонораҡ та, имеш. Бына бит, ҡайһылай һәйбәт!

Бөтәһе көткәндән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Был икәүҙе Яңы йылда таныштырҙылар, ә яҙ етеүгә беҙҙең Дамираның... ауырлы икәнлеге асыҡланды. Июнь башында гөрләтеп туй яһанылар. Дамираның ике бүлмәле фатиры бар ине – бала тыуыуға шунда ремонт эшләп өлгөрҙөләр һәм донъя көтөп алып киттеләр.

Һис шикһеҙ, оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәп өйрәнгән ике кешегә берегеп китеү еңелдән булмағандыр. Ирҙең ваҡыты-ваҡыты менән эсергә яратҡанын иҫәпкә алғанда, бигерәк тә. Ошо йылдарҙа Дамираның иренән хатта айырылышыуға барып еткәнен, аҙаҡ ҡайтанан өйләнгәндәрен дә һөйләнеләр. Әммә сабырлыҡтың төбө алтын: хәҙер улар бынамын итеп донъя көтә, ҡыҙҙары ла үҫмер ҡорона ингән. Әйткәндәй, Дамира ирен үҙе эшләгән ҙур предприятиеға эшкә урынлаштырған, икеһе лә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, етеш йәшәйҙәр. Ҡасандыр “ҡолға Дамира” исемен күтәргән ҡатынға ит ҡунған, ул оҙон буйлы, олпат, һөйкөмлө ҡатынға әүерелгән. Теге ир эсеүен дә ташлаған, тиҙәр – яҡшы йәшәйем тиһәң, аҡыллыраҡ булыу кәрәк шул.

Бына шулай тормош: һәр силәккә ҡапҡасы табыла. Хәйер, бында Дамираны теге иргә димләгәндәргә, таныштырыуҙы ойошторғандарға ла рәхмәт әйтергә кәрәк: улар тырышмаһа, ошо ике яңғыҙ кеше икеһе ике ерҙә зарығып, бәхетһеҙ тормош кисерер ине...

 

Г. САЛАУАТОВА.

Читайте нас: