Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең Башҡортостандағы вәкилдәре "Изгелектең сиктәре юҡ" акцияһына ҡушылды. Сара нигеҙендә Донбастан эвакуацияланып килгән балаларға гуманитар ярҙам ойошторола.
Тыуған ерен ашығыс рәүештә ташлап китергә мәжбүр булған тиҫтерҙәренә мәктәп кәрәк-яраҡтары, китаптар, уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары килтерәләр. Теләктәшлек белдереп, дәрт бирерлек хаттар яҙырға ла мөмкин.
Өфөлә ярҙам алып килергә теләгәндәр 89174846899 телефонына (Евгений Слесарчук) шылтыратып йә яҙып белешә ала. Адрес: Өфө, Пушкин урамы, 86 (Йәшлек-Хаус), Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең баш ҡалалағы офисы.
"Бәйләнештә"ге төркөмгә инеп - https://vk.com/wall-127047618_7019 - район-ҡалаларҙағы ярҙам илтеп ҡалдыра торған урындар тураһында мәғлүмәт алырға була.
Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news