Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 10:00

Аҡса араһында... алтын балдаҡ

Әгәр ҙә никах балдағын бер кем дә килеп алмаһа, ул ломбардҡа тапшырыласаҡ.

Аҡса араһында... алтын балдаҡ
Аҡса араһында... алтын балдаҡ

Әллә ысын, әллә яңылыш, Өфөлә берәү сирле балалар өсөн аҡса йыйыу йәшнигенә никах балдағын ҡалдырып киткән. "Изгелек" хәйриә фонды президенты Зарина Ғайсина белдереүенсә, кемдер аҡса йыйыу өсөн йәшниккә алтын балдаҡ төшөргән. Биҙәүесте ирекмәндәр Киров урамындағы "Пышка" кафеһында ҡуйылған йәшниктә тапҡан.

Фонд алтын балдаҡтың хужаһына уйларға ваҡыт бирергә хәл иткән. Әгәр уны бер кем дә килеп алмаһа, ул ломбардҡа тапшырыласаҡ, ә һатыуҙан килгән аҡса "Изгелек" фонды тәрбиәләнеүселәрен дауалауға ҡулланыласаҡ. Бына шундай ғәжәп хәл теркәлгән.

Фото: ufacitynews.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: