Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 20:00

Ғашиҡтарҙың үлемендә ғәйеплеләрҙе таптылар

Ҡуртымға алынған фатирҙа йәнһеҙ 18 йәшлек студент егеттең һәм уның иҫһеҙ ятҡан бәлиғ булмаған һөйгән ҡыҙының кәүҙәһе табылған...

Ғашиҡтарҙың үлемендә ғәйеплеләрҙе таптылар
Ғашиҡтарҙың үлемендә ғәйеплеләрҙе таптылар

Былтыр Бөрө ҡалаһында йәш ғашиҡ парҙың ҡуртымға алынған фатирҙа газ менән ағыуланып вафат булыуы сәбәпле, өс компания етәксеһен хөкөм итәләр. Тәфтиш комитеты янғынға ҡаршы, газ һәм торлаҡ ойошмаларының 61, 51 һәм 49 йәшлек етәкселәрен ғәйепләү буйынса тикшереү эшен тамамланы. Уларға ғүмер һәм һаулыҡ хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса енәйәт эше асылған.

Һүҙ 2021 йылда 31 ғинуарҙан 1 февралгә ҡарай төндә булған хәл тураһында бара. Интернациональ урамындағы йортта ҡуртымға алынған фатирҙа йәнһеҙ 18 йәшлек студент егеттең һәм уның иҫһеҙ ятҡан бәлиғ булмаған һөйгән ҡыҙының кәүҙәһе табылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ бер тәүлектән һуң дауаханала вафат була. Һуңынан асыҡланыуынса, уларҙың үлеменә һөрөм еҫе менән ағыуланыу сәбәпсе булған.

Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, ғәйепләнеүселәрҙең тейешенсә булмаған эшмәкәрлек алып барыуы һөҙөмтәһендә йорттоң елләтеү һәм төтөн юлдары оҙаҡ ваҡыт урындағы халыҡтың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янаған тупаҫ ҡағиҙә боҙоуҙар менән файҙаланылған, һөҙөмтәлә был фажиғәгә килтергән. Өс ғәйепләнеүсенең береһе генә ғәйебен таныған.

Тиҙҙән Бөрө ҡала судында был енәйәт эшен ҡараясаҡтар.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: