Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 19:30

“Инстаграм” ябылырмы?..

“Инстаграм”ға ҡурҡыныс янай, тиҙәр. Телеграм-каналға өйрәнеп китеп булырмы икән?" - тип яҙҙы йырсы.  

“Инстаграм” ябылырмы?..
“Инстаграм” ябылырмы?..

Интернетта “Инстаграм” селтәренән файҙаланыуға сикләүҙәр индерелеү ихтималлығы тураһында хәбәрҙәр ҡуйыра башланы. “Бындай хәүефләнеүҙәр Роскомнадзор тарафынан Facebook селтәренең эшмәкәрлеген сикләүгә бәйле барлыҡҡа килде (Meta компанияһы ҡарамағына Instagram һәм WhatsApp та инә). Рәсәй ведомствоһы 25 февралдә Facebook социаль селтәренә инеүгә ваҡытлыса сикләүҙәр индереүгә бәйле аңлатма бирҙе”, - тип хәбәр итә  biwork.ru баҫмаһы.

25 февралдә Генераль прокуратура, Сит ил эштәре министрлығы менән килешеп, Facebook селтәренең кеше хоҡуҡтарын һәм иркен, шул иҫәптән Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын һәм иркен боҙоуҙа ҡатнашлығы барлығына бәйле ҡарар сығарҙы. Унан алда Facebook Рәсәйҙең дүрт киң мәғлүмәт сараһының - “Звезда” телеканалының, РИА “Новости” мәғлүмәт агентлығының, “Лента.ру” һәм “Газета.ру” интернет-майҙансыҡтарының рәсми аккаунттарына сикләү һалғайны.

Бөгөн "Инстаграм"дағы ҡайһы бер блогерҙар, төркөмдәр үҙҙәренең яҙылыусыларына селтәрҙең ябылыу ихтималлығы, шуға күрә параллель рәүештә Телеграм каналға яҙылырға саҡырҙы.

Мәҫәлән, билдәле йәш йырсы Гөлназ Асаева “Инстаграм”дағы сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Инстаграм” ябылырға ла мөмкин, тиҙәр. Телеграм-каналға өйрәнеп китеп булырмы икән? Әлегә уны белеп етмәйем. Әммә киләсәктә өйрәнербеҙ, тип уйлайым”. Гөлназ яҙылыусыларына үҙенең Телеграм-каналына һылтанма ла ҡалдырған.

Әлегә был хәбәрҙәр барыһы ла күҙаллау рәүешендә генә яҙыла. Шулай ҙа әлеге социаль селтәрҙә меңәрләп, хатта миллионлап яҙылыусыһы булған блогерҙар, ярайһы уҡ табыш алыусылар бер аҙ хафаға ҡалған, әлбиттә.

Фото: fscl01.fonpit.de 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: