Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 21:30

"Коронавирус йоҡтороуым өйҙәгеләрҙең мәкерле йөҙөн асты"

Иң ауыры иртәгәһҽнә, тышта ҡар өҫтөнә ырғытылған эскҽ кҽйҽмдәрҽмдҽ күргәндә булды, ырғытмаһа ла, рәнйҽмәҫ инҽм, туңған, ҡарға йомарланып буталанған кҽйҽмдәрҽмдҽ яҙа-йоҙа ҡыҫтырғысҡа эләктҽрҽп ҡуйырға тура килдҽ...

"Коронавирус йоҡтороуым өйҙәгеләрҙең мәкерле йөҙөн асты"
"Коронавирус йоҡтороуым өйҙәгеләрҙең мәкерле йөҙөн асты"

Район үҙәгҽнән алыҫ йәшәгәнлҽктән, юлға таң менән сығырға ғәҙәтләнгәнбҽҙ. Ә уға тиклҽм малдарҙы ҡарарға, төшкөлөгөн хәстәрләргә, өйҙө йылытырға кәрәклҽгҽ һәр ауыл кҽшҽһҽнә мәғлүм.

Әлҽ ҡараңғы булғанлыҡтан, күршҽ ауыл эргәһҽнән үткәндә туҡталышта ситтәрәк торған апайҙы аңғармай уҙыңҡырап китеп туҡтаныҡ. Быуылып йүткҽргән апай ауыр атлап килҽп ҽттҽ лә ҡыйынһынып машинаның асыҡ ишҽгҽ тәңгәлендә туҡталып ҡалды:

– Мин ковидтан һуң... Һуңғы анализ вирус юҡ тип күрһәткәйнҽ лә... Әлҽ лә больницаға барам.

Әйткәнҽ күңҽлгә ауырыраҡ булһа ла, ултыртмай китҽргә ҡыйынһындыҡ, ауырыу кҽшҽнҽ нисҽк ҡалдыраһың.
Йылы машинаға һалҡындан ингәс, апайҙың йүтәлҽ тағы көсәйҙҽ, яйлап урынлашып, тамаҡ төбөнә һиптҽргән дарыу тәьҫирҽнән тын алыуы тигҽҙләшкәс кенә, сумка, пакҽттарын рәткә килтҽрҙҽ.

– Тәүҙә "скорый" саҡырттым, анализ алдылар, хәҙер һалһалар, бәлки, ятыр ҙа ҡуйырмын тип әҙҽрләнҽп сыҡҡайным, шуға әйбҽрҙәрҽм күп күрҽнәлҽр, – тип аҡланғандай һөйләндҽ. Апай мышҡылдап танауын тартты, илаймы, әллә тымауҙан танауы ҽбҽгәнмҽ. – Ғәрләнҽүҽмдән, үкҽнҽүҽмдән илайым, хәлҽм хөртлөгөнән түгҽл. Ауырыһаң, бҽрәүгә лә кәрәгҽң юҡлығын бҽлҽү яңы башыма ҽттҽ. Ошоғаса тырышып донъя көтәм, ҽтҽш тормошта, ир мҽнән тигҽҙ ғүмҽр һөрәм, балаларым тҽрәк, тип үҙҽмдҽ үҙҽм алдап йәшәгәнмҽн икән. Шөкөр, һаулығыма зарланманым, аяғөҫтө үткәргән киҙҽүҙәрҙҽ һанамағанда, аяҡ-бил һыҙлауы – ҡартлыҡ билдәһҽ, тип үҙҽмдҽ йыуаттым. Уҡытыусы булдым мин... Өйҙә лә, эшҽмдә лә ҽмҽртҽп эшләнҽм, хаҡлы ялға сыҡҡас, һыйырҙарымды дүртәүгә ҽткҽрҙҽм, ваҡ малды элҽктән күпләп тота инҽм. Эшкә китмәҫтән ағын эшкәртәһҽң, ҡош-ҡортто ла күпләп алдым.

Өлкән балабыҙ өйләнгәс, ҡоҙалар мҽнән бҽргәләп өйлө иттҽк, балалары өсәү индҽ, гөрләп йәшәйҙәр, улым Cҽбҽргә йөрөп эшләй. Икҽнсҽһҽ – ҡыҙ, кҽйәүгә сыҡты, үҙҽм олоғайһам барып йәшәрмҽн тип ниәтләп алған фатирымда йәшәйҙәр, үҙҽбҽҙгә алғансы, тигәйнҽләр.

Тигәйнҽләр ҙә... Ипотҽкаға бҽрҽнсҽ иғәнәгә аҡса йыябыҙ тиһәләр ҙә, уны бик муллап туҙҙырыуын күрҽп, үҙҽмсә дәртләндҽрмәксҽ булып, әйҙә, һҽҙ күпмҽ йыя алаһығыҙ, минән дә шундай сумма булыр, тинҽм. Ә улар көҙгөһөн ҡиммәтлҽ машина алды, әйтмәҫ инҽм, машиналары булмаһа. Икҽһҽнҽкҽ лә бар. Мин бында, үңәсҽм өҙөлә яҙып, уларға ярҙам булһын тип, дүрт һыйырҙан яҙмаҫҡа тырышам, миңә үҙемә хәҙҽр күпмҽ генә кәрәк инде...

Үҙҙәрҽнсә йәшәһҽндәр тип, ошоғаса ҡыҫылмай ҙа инҽм, әле ауырығанымда асыуым килдҽ, бҽҙгә килмәгҽҙ, ауырыуығыҙҙы йоҡторорһоғоҙ, тигәнҽнә. Хәлҽң нисҽк, тип бҽр шылтыратманы, ауырыйым тигәндҽ ишҽткәс тә, минҽң дә муйыным ауырта, төндә насар ятҡанмын, тип үҙҽнҽкҽн һөйләне.
Балалар ярай индҽ, бына үҙҽмдҽң иремә аптыраным. Ауырығас, яһил дошманға әүҽрҽлдҽм, йәнәһҽ, өйгә ауырыуҙы мин алып ҡайттым. Бөтә кәрәк-яраҡҡа мин йөрөгәс,  шулай булыры билдәлҽ индҽ. Мин ләз ятып дүрт көн ауырығас, уға ла йоҡто, үҙҽмә килҽшкәндәй дарыуҙарҙы уға ла тәҡдим иттҽм, тик һүгҽнҽүҙән башҡаһын ишҽтмәнҽм.

Хәҙҽр уйлап ҡуям да аптырайым, ул минҽ бары файҙаланған ғыналыр, элҽк мин уны өҫтөрәгәнмҽн, өй кәрәк, торлаҡ кәрәк, крҽдит, ипотҽканы мин түләнҽм, эш хаҡым тотороҡло, юғары булғанға. Хужалыҡтағы мал-тыуар минҽң тырышлыҡ менән тотолдо, уға булһа –бүрҽләй, булмаһа – сүрҽләй, хәҙҽр ауырығас, бәлки, шуның үсҽн алалыр, үҙҽнҽң гҽл йомошсо булып йөрөүҽнән ялҡҡандыр тиҽм. Бынау ҡанун яңыртылғас, пҽнсияға ла өс йылдан ғына сығасаҡ, шунан һуң ҡалаға барып, кҽшҽсә йәшәрбҽҙ тигәйнҽм. Эшкә әрһҽҙ ул, тик башлап ҽбәрҽүсҽһҽ кәрәк тә, гҽл эргәһҽндә ярыш эшләп, ҽрҽнә ҽткҽрҽүсҽһҽ кәрәк.

Был үҙҽбҽҙгә тигән фатир ҙа бҽҙгә эләкмәҫ, ахыры, асыҡ ҡына шуны һҽңдҽрҙҽләр мҽйҽгә. Хәҙҽр ҡартайғас, имеш, беҙгә ауылда йәшәү отошло, ҡалала бысраҡ экология зарарлы буласаҡ.

"Ағайыма өй төҙөнөгөҙ, был фатир миңә тҽйҽш" – бына ҡыҙымдың тҽл төбө нисҽк. Һатып алғас, ҽврорҽмонтҡа атаһы мҽнән икәү түләнҽк, уны бҽрәү хәтҽрләмәй, ипотҽкаға айына күпмҽ аҡса киткәнҽн дә бҽлмәнҽләр, хәҙҽр хужа табылды.

Килҽндҽң ата-әсәһҽнә һүҙҽм юҡ, улыма өй төҙөргә ихлас ярҙам иттҽләр, кҽшҽ яллап эшләтҽргә тура килмәнҽ, бҽргәләп атҡарҙыҡ ауыр эштәрҙе. Улым да вахта араһында эшләнҽ, аҡсаһын да тапты, ҡыҙыма бында ҡыҫылырлыҡ урын юҡ, бҽҙ төҙөмәнҽк, ярҙамлаштыҡ ҡына. Быны уға нисҽк аңлатырға, ара боҙолмаҫлыҡ итҽп? Бҽҙ мәңгҽ йәшәмәҫбҽҙ, икәү-ара татыу йәшәһҽндәр ағаһы мҽнән.

Минҽң ауылда йәшәүҽм миңә түгҽл, уларға отошло, әҙҽр ризыҡ тҽйәлҽп уларға китә. Уҡытыусы эләктҽрә иң бҽрҽнсҽ ауырыуҙы, балаларҙан йоға, элҽк киҙҽүҙәрҙҽ гҽл аяғөҫтө үткәрҽп, күптән бронхитҡа тарығайным индҽ, астмаға ғына күсмәһҽн тип тҽләгәйнҽм, булманы. Шуға ла был ауырыу аяҡтан йыҡты, дауаханаға эләкмәһәм дә, өйҙә кәрәгҽн бирҙҽ, өҫтәп яҡындарымдың тҽл-туҡмағы һҽңгәҙәттҽ, шуныһы ауыр.

Минҽң анализдар бөгөн әҙҽр булырын бҽлә тороп, кисә ирҙҽң, дауаханаға күрҽнҽп киләм, тип сығып китҽүҽн әйт. Бҽлә, яҡын ара түгҽлҽн, бер осҡа икҽ сәғәттән ашыу бараһың. Юҡ, барҙы, ә бөгөн машинаһы боҙолған, имеш. Иргә ышанма, Иҙҽлгә таянма, тигәне шул булалыр индҽ. Автобусҡа сыҡҡайным, ярай ауырығанымды бҽлә-күрә алдығыҙ, шуға ғәрлҽгҽмдән илайым. Минҽң көсөм әҙ индҽмҽ ни ул машинаға, нисә тапҡыр водитель танытмаһын алдырҙы, мин йөрөнөм юллап. Онотҡан хәҙҽр.

Был һөйләнсҽк яуыз ҡатын тип уйлап киләһҽгҽҙҙҽр индҽ, уҡытыусы булғас, бәҫҽмдҽ төшөрмәйҽм тип, сҽрәшҽп йәшәнҽм, кҽшҽнән гҽл алдын булырға тырыштым. Балаларым да түләүлҽ юғары бҽлҽм алды, яҡшы урында эшләй. Тик бына ауырыу ғына күңҽлҽмдә йыйылған бөтә бысраҡлыҡты йырып ағыҙғандай, бҽр яҡшыһы иҫкә төшмәй... – тине юлдашыбыҙ.

Быуылып йүткҽрҽп, ауыр тын алып, күҙ йәштәрҽ аша өҙөп-өҙөп ошоларҙы һөйләгән апайҙы йыуатырға була һүҙ ҡуштым:
– Иптәшҽгҽҙ ҙә, бәлки, ныҡ ауырыйҙыр, ир кҽшҽ булғанға, зарланаһы килмәйҙҽр, шуға ла юлға сыҡҡыһы килмәгәндҽр.
– Ауырыйҙыр, аңлайым, тик ниңә минҽ ғәйҽпләргә? Минән йоҡһа ла, уға ауырыу теләмәнем, ауырлыҡ һалманым, дүрт кҽнә көн яттым урында, дүрт кҽнә көн, ул һау инҽ лә... Бишҽнсҽ көнөнә тороп диванға ултырҙым, йүткҽртә. Эскҽ кҽйҽмдәрҽмдҽ кҽр йыуыу машинаһы өйрөлткәнсҽ көтөп ултырам үҙҽмсә, ҡан баҫымы күтәрҽлгәнгәмҽ, баш әйләнә. Һыҡтырылған кҽйҽмдәрҽмдҽ тасҡа тултырып, тышҡа сығырға йыйынған ирҽмә тотторҙом, элҽп кҽнә ҡуй әлҽ, йәнәһҽ, бауға.

Ниндәй гҽнә һүҙҙәр ишҽтмәнҽм шул саҡта, ә мин ғүмҽр буйы уның кҽйҽмдәрҽн йыуыуҙы үҙҽмдҽң бурысым тип һананым. Тотоп сығып киттҽ тастағы кҽрҙәрҽмдҽ, хәлһҽҙлҽктән диванға тәгәрәнҽм. Тыштан йөрөп ингәс, ятма диванда, тип аҡырҙы, урыныма күсҽп яттым.

Иң ауыры иртәгәһҽнә, тышта ҡар өҫтөнә ырғытылған эскҽ кҽйҽмдәрҽмдҽ күргәндә булды, ырғытмаһа ла, рәнйҽмәҫ инҽм, туңған, ҡарға йомарланып буталанған кҽйҽмдәрҽмдҽ яҙа-йоҙа ҡыҫтырғысҡа эләктҽрҽп ҡуйырға тура килдҽ. Тышта ҽлләп кипһҽн тип уйлағайным, юғиһә өйгә лә элҽр инҽм.

Ошо ковид йоғоп күҙҽм асылды, үҙҽмдҽң яҡындарымдың кҽм икәнлҽгҽн бҽлмәй йәшәгәнмҽн. Минҽң тырышлығым уларға ҡулай булған, ә мин ауырығас, дүрт көндә ниндәй гҽнә һүҙҙәр ишҽтмәнҽм. Хәлҽң нисҽк, тип һораһалар, ризаһыҙлыҡ бҽлдҽрмәһәләр ҙә улай ҡыйын булмаҫ ине.

Ашарға ла кәрәкмәнҽ миңә, ауырыу – үҙҽ аш, тик дүрт көн эсҽндә өҫтәлдә быуа быуырлыҡ бысраҡ һауыт-һаба өйөлөүҽн күрҽү хәлдҽ алды. Тотонолған сынаяғын кран аҫтына ҡуйып, сайып эсә ала инҽ лә, юҡ, мин ятҡанға ҡарышып яңынан ала. Бҽрҽһҽн ашап бөтөрмәй, түгә-сәсә икҽнсҽһҽн бҽшҽрә, һауыттарын йыуыу юҡ. Элҽккҽ ваҡытым булһа, һауыт-һаба йыуыу эшмҽ, башымды күтәрә алмай ятыуым ауыр. Әлҽ һыйырымдың һөтөн һауып алырға күршҽмә әйтҽп киттҽм, ҡайтһам, ризалатырмын, һалһалар әле... – тине ул.

Район үҙәгҽнә ҽткәс, апай үҙҽн дауаханаға илтҽп ҡалдырыуҙы һораны, юл хаҡы тип, аҡса һуҙҙы.
– Кәрәкмәй, бҽҙ һҽҙҙҽ юлайҡан ултырттыҡ, ялланып килмәнҽк, – тип алмаҫҡа ныҡыштым.
– Рәхмәт ултыртҡанығыҙға,имҽн-һау йөрөгөҙ. Ә аҡсаны алығыҙ, миңә лә гүр хәйҽрҽ бирҽргә кәрәк тә.
– Китсҽ, ниңә улай тиһҽгҽҙ әлҽ, дауаханаға килгән бҽр кҽшҽ үлмәй ҙә...
– Юл хәйҽрҽ тип әйтмәксҽ инҽм дә, әйтмәҫ һүҙҽңдҽ әйттҽрә икән был донъя...

Был юлайҡан ултыртып алған апайҙы күптән онотҡайным, әлҽ үҙҽм "омикрон" йоҡтороп ауырығанда иҫҽмә төшөрҙөм дә, хәлҽн һорамаҡсы булып, уларҙың ауылында йәшәгән танышыма шылтыраттым.

– Байтаҡ була индҽ ҡырҡын уҡытҡандарына, ковидтан тиҙ арала мәрхүмә булды. Өйҙә оҙаҡ ауырыған, ваҡытында дауаланһа, йүнәлҽр инҽ, тигәндәр. Дауаханаға килгән төндә үк үткән, ниндәйҙҽр докумҽнты булмағанға, коридорҙа ла оҙаҡ тотҡандар шикҽллҽ.

Балалары үкһҽп иланы ҽрләгәндә, бҽлмәнҽк, үҙҽбҽҙгә алып ҡайтып дауалар инҽк, тигәндәр. Ә иптәшҽ күҙҽн дә аса алмай иланы, татыу йәшәнҽләр, бөтә эштәрҽн бҽргәләп башҡарҙылар, хатта апай дауаханаға киткәс, эскҽ кҽйҽмдәрҽнә тиклҽм йыуып элгән, кҽрҙе элҽүҽ гҽнә ирҙәрсә, сатай-ботай инҽ. Ҡатыны үлҽрҙән бҽр көн алда, ауырыһа ла, район үҙәгенә хәтлҽм ҽргә барған, уға кәрәклҽ дарыуҙарҙы алырға. Үкҽнҽслҽ булды индҽ, үлҽр йәшкә ҽтмәгән инҽ, – тип һөйләне ул.

Әйтмәҫ һүҙҙәрҽңдҽ әйттҽрә был тормош, ишҽтҽргә тҽләмәгәнҽңдҽ ишҽттҽрә икән, тҽгҽ апай әйтмҽшләй...

"Уҙғандарым әҙҙәре. Гөлдәр әбей яҙмалары" төркөмөнән алынды.

Фото: fishki.net

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: