Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Марат Парис улы Мирғәзәмов менән бик йылы һәм ихлас һөйләшеү булды. Ул 1986 йылдан 1992 йылға тиклем республика Хөкүмәте Рәйесе була. Был бик ауыр ваҡыт булды: үҙгәртеп ҡороу һәм СССР-ҙың тарҡалыу осоро. Ул саҡта уның алдында торған бурыстар үтә ҡатмарлы ине: бер яҡтан – барыһын да кисекмәҫтән реформалау, икенсенән, яңыһы барлыҡҡа килгәнсе, иҫке системаның емерелеүенә юл ҡуймау кәрәк ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, идара итеүҙе юғалтмау.
Иртәгә Марат Парис улының юбилейы. Был байрам алдынан уға Хөкүмәттең Почет грамотаһын тапшырҙым. Һөйләштек. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында, хужалыҡ бурыстарынан тыш, әлеге юбиляр иңенә яңы сәйәси хәл һәм совет осоро хужаһына бөтөнләй ғәҙәти булмаған коммуникация эшен өр-яңынан тиерлек төҙөү бурысы һалына.
Ул саҡта хәл-торош тамырынан үҙгәрә: әгәр быға тиклем премьерға хәлде баһаларға һәм дөрөҫ идара итеү йәһәтенән ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булһа, хәҙер инде яңы бурыстар килеп тыуа. Нимә эшләргә кәрәклеген үҙең өсөн хәл итеүҙән тыш, тап ошо ҡарарҙың иң дөрөҫө булыуына йәмәғәтселекте ышандырыу ҙа мөһим була.
Марат Парис улы был бурысты үтәне. Ул һөйләшә һәм ышандыра белә ине. Асылда ул иҡтисад менән идара итеүҙе асыҡ процесҡа әйләндерҙе: мәҫәлән, БАССР Министрҙар Советы ҡарамағында иҡтисади совет ойошторҙо. Ул иҡтисадсыларҙы – теоретиктарҙы ла, практиктарҙы ла - предприятие етәкселәрен, төрлө йәмәғәтселек төркөмө вәкилдәрен берләштерҙе. Улар бәхәсләште, варианттар тәҡдим итте һәм кире ҡаҡты, һөҙөмтәлә төбәкте үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул итте.
Ғөмүмән, бөгөн ошоларҙың барыһын да хәтергә төшөрҙөк. Үҙем өсөн бер нисә ҡыҙыҡлы мәлде билдәләнем. Уларҙы эштә нисек һынап ҡарарға мөмкин булыуын уйлармын. Шулай уҡ Хөкүмәттең һуңғы йылдарҙағы эшен тикшерҙек. Дөйөм алғанда, ул уны юғары баһаланы, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер иҫкәрмәләрен дә еткерҙе. Шунда уҡ күренә: кеше заман саҡырыуҙары шарттарында иҡтисадты үҫтереүҙең нескәлектәрен яҡшы аңлай.
Дөйөм алғанда, йәнле һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү килеп сыҡты. Марат Парис улына ныҡлы һаулыҡ, иң яҡын кешеләре эргәһендә артабан да матур көндәр һәм көс-дәрт теләнем!
Һеҙгә лә яҡшы ял көндәре һәм именлек теләйем”, - тип яҙҙы.
Фото һәм сығанаҡ: www.facebook.com