Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 18:00

Һуғыш ветеранына – 99 йәш!

"100 йәшемде ҙурлап үткәрәсәкбеҙ", – тип йылмая ул.

Һуғыш ветеранына – 99 йәш!
Һуғыш ветеранына – 99 йәш!

Йылдан-йыл һуғыш ветерандары сафы һирәгәйә бара. Улар үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән барыбыҙға өлгө булып тора. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова - шундайҙарҙы береһе. Кисә уға 99 йәш тулды.

1936 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡҡа күсеп килә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Дәүләт банкының урындағы бүлексәһенә эшкә килә. Һуңынан училище тамамлай һәм дәртләнеп үҙ урынына эшкә ҡайта.

Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы уның яҙмышында ҡырҡа боролош яһарға мәжбүр итә. Ҡыҙ 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Аэродромды хеҙмәтләндереүсе 100-сө батальонда хеҙмәт итә. Боеприпастар келәтен һаҡлай, окоп ҡаҙый, ашханала эшләй, штабта телефонсы була. 1943 йылда радистар курсын тамамлағас, Валентина Георгиевнаны Литваның баш ҡалаһы Вильнюсҡа ебәрәләр. Бында ул һуғыш бөткәнсе хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе лә ошонда ҡаршылай.

Һуғыштан ҡайтҡас, ике йылдан Михаил Потапов менән яҙмышын бәйләй. Улар дүрт балаға ғүмер бирә.

Әле лә ветерандың зиһене яҡшы, кәйефе көр. "100 йәшемде ҙурлап үткәрәсәкбеҙ", – тип йылмая ул.

Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле ветеран!

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: